Боронғо Азия, Көньяҡ Америка илдәре тарихын, мифологияһын тикшереп, башҡорт халҡының тарихи ҡатламдары менән сағыштырып, Башҡортостандың яңы эра башындағы тарихының серле биттәрен байҡап, шағирә “Китап” нәшриәтендә 2014 йылда “Ҡобайыр ҡатламдары” тигән фәнни-популяр китабын баҫтырҙы.
Көньяҡ Уралдың мең йыллыҡтар төпкөлөндә яҡын-алыҫ тарафтарға мәғдән ташыу юлдары, сығанаҡтары менән данлы булыуы, совет осоронда ла державаның “терәк төбәге” булып китеүе хаҡында һәм боронғо телдәрҙә башҡорт өндәренең, башҡорт теленең булыуы, йәшәүе хаҡында һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе фәнни-популяр китап-тарҙан йыйған осраҡта ла автор ҙур хеҙмәт атҡарған тип уйлайым. Шағирә ҡобайыр ҡатламдарында эҙләнеп, уға күпме аҡыл хеҙмәтен һалған, һоҡланғыс хеҙмәт булдырған тигән фекер тыуҙы. Башҡорт теленең матрицаһын, фольклорын, “Урал батыр” эпосын, мифологияны яҡшы белгән, терминдарҙың яралыш серҙәрен асырға тырышҡан ғалимәнең әҫәрҙәрендә үҙебеҙҙе уратып алған киңлектәге тәбиғәт һүрәтләнә. Ә шулай ҙа Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһы ойошторған “Яңы йыл биҙәктәре” исемле байрам сараһы сиктәрендәге шағирәнең ижад кисәһендә “Ҡобайыр ҡатламдары” хаҡында һүҙ барманы. Сәсәниәнең һуңғы яҙылған шиғырҙарын ғына баһаланыҡ, тыңлап кинәндек. Хәйер, уның оҫталығы буйынса әйтелгәндәр уның бар ижадына баһалау, тип әйтергә булалыр. Нисек кенә булмаһын, шағирәнең яңы әҫәрҙәре лә “Ҡобайыр ҡатламдары”ыныҡынан ҡайтыш түгел, һәр ваҡыттағыса, Эльмираса! Көслө!
Уның ижадына бағышланған сараны китапхана хеҙмәткәрҙәре сценарий әҙерләп, ҡалабыҙ ағинәйҙәренең хәтерендә ҡалырлыҡ итеп, ҡыҙыҡлы уйындар, бейеүҙәр ойоштороп, байрам рәүешендә үткәрҙе. Автор үҙенең яңыраҡ яҙған шиғырҙарын уҡығас, педагогия фәндәре докторы, профессор Вилә Баймырҙина шағирәнең ижадын маҡтап, композиция төҙөү оҫталығы хаҡында әйтте, төп асылы – ихласлыҡ тип билгеләп үтте. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡсән Хәлилов Сәсәниәнең ижады хаҡында башҡорт әҙәбиәтен байытыусы, фәһемле, әһәмиәтле шиғриәт булыуы, тәбиғәтте һүрәтләүе хаҡында әйтеп үтте.
Шуныһы күңелде ҡыра: арабыҙҙа йәш быуын вәкилдәре күренмәне. Үҙенең бер әҫәрендә Сәсәниә:
“Ҡәләмдәштәр барлай йылдарҙы -
Моңдар сәсеп үткән юлдарҙы”, -
тип яҙа. Шул өҙөктәгесә, беҙ – ҡәләмдәштәре, рухташтары, уның менән Сәсәниә ижадының моңло юлын барлап, рухланып, илһамланып таралыштыҡ.
Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты.