Бер нисә миҫал килтереп үтәйек.
– Баш етмәй. Ҡайҙан йыйған ул ундай алама һүҙҙәрҙе. Беҙҙең ғаиләлә бөтәһе лә тәртиплеләр, әҙәплеләр. Мин үҙем дә бер кемгә лә тупаҫ һүҙ әйткәнем юҡ, – ти бер апай үҙенең һүгенергә шымарып алған малайы тураһында. Йәки икенсе әсәй былай ти:
– Беҙ ирем менән икәүләп бөтә ғүмер буйы намыҫ менән тырышып эшләнек. Кесе улыбыҙ эште лә, уҡыуҙы ла яратмаған ата ялҡау булып үҫеп килә. Әллә инде, үҙебеҙсә гел яҡшыға өндәйбеҙ, тырышырға ҡушабыҙ.
Өсөнсө әсә үҙ балаһы хаҡында былай ти:
– Балабыҙҙың уҡыуын да, тәртибен дә маҡтап килделәр. Тик алтынсыға еткәс, дуҫтары күбәйеп китте. Күрше тирә-яҡтың малайҙары насар. Шулар малайымды ҡайҙалыр алып китәләр. Үҙ-ара һуғышалар, бөтәһе лә тәмәке тарта. Һуңынан малайҙың ауыҙынан шарап еҫе килә башланы. Ирем байрамда ғына эсә, эсһә лә – сама белеп. Ул малайын эскелеккә өйрәтерлек кеше түгел. Малайҙы урам йоғонтоһонан һаҡларға көс етмәй. Өйҙә бикләп тотоп булмай бит инде уны, урамға сығармайым тип.
Материалды тулыһынса гәзиттә уҡығыҙ.