Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 14:11

Һәр ауылға хас хәлдәр

Ҡалала йәшәһәк тә күптәребеҙ – ауылдан сыҡҡан кешеләр, ауыл балалары. Шуға артабанғы яҙмалар ҙа, мөхтәрәм уҡыусылар, һеҙҙең өсөн ят түгелдер. Кемдер унда күршеһен таныр, дуҫтарын, һабаҡташтарын, сөнки әлеге хәлдәр – һәр ауылға хас күренештәр.

«Сирле» өйрәк ите тәмле була
– Өйрәктәргә әллә нимә булған, йығылып баралар, үлеп бөтмәҫ элек тиҙерәк салып бир, – тип ҡысҡыра икән бер ҡатын баҡсаһында булышҡан иренә. Ҡото осҡан хужа йүгереп инеп, 10-15 минутта тиҫтәләгән ҡошто һуйып та ташлаған. Кисен көтмәгәндәге һуғым ашын тәмләп ҡарар алдынан хужабикә өйрәк йолҡошорға килгән әхирәттә-рен күнәккә ҡойған бал менән һыйламаҡсы булып һауытты асһа, буп-буш икән. «Ҡәҙерлем, һин бындағы балды ҡайҙа ҡуйҙың, эсеп бөттөңмө әллә?» тигән һорауға ир кеше: «Иҫкергәйне, сығарып түктем», – тип яуап биргән.
– Ә ҡайҙа түктең?
– Ана, өйрәктәр ояһы янына, – тигән хужа, бер ни ҙә булмағандай…
“Ҡыҙыл әтәс” ябынған ҡомаҡ
Ауыл кешеләрен беләһегеҙ бит инде. Береһе мәҙәк итеп һөйләй, икенсеһе шуны ысынға алырға тора. Бер ағай ҡомаҡтарҙан нисек ҡотолорға белмәй йонсой икән. Тегегә, тоҙаҡҡа эләккән ҡомаҡҡа бензин һип тә ут төрт, уның әсе итеп ҡысҡырған тауышынан ҡурҡып, башҡалары йорт тирәһенән әллә нисәмә саҡрымға ҡасып бөтәсәк, тип аҡыл өйрәткәндәр. Ир ни тотҡан да шулай эшләгән. Тик… яна башлаған ҡомаҡ әллә нисек тоҙаҡтан ысҡынып киткән дә эргәлә торған эҫкерт аҫтына инеп юғалған. «Бесән яна, ярҙамға килегеҙ!» – тип ҡысҡырған тауышҡа һыулы күнәктәр күтәргән күршеләре йүгереп килеп еткән. Эй көтәләр икән былар төтөн сыҡҡанын, эй көтәләр, ти. Әммә, бәхеткә күрә, бер тәүлек алмашлап дежур ойоштороп көтһәләр ҙә, ут тоҡанмаған. Ҡомаҡтарҙан ҡотолғанмы-юҡмы ағай – уныһын белмәйем, ләкин башҡаса былай эшләмәҫлек булғандыр инде.
Рәмил Мансуров.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: