Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 13:44

Шәлем түңәрәк түгел...

Өфөлә ХI махсуслаштырылған «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивале уҙҙы. Фестивалдә беҙҙең ҡаланан шәл бәйләүсе Нәфизә ЙӘҺҮҘИНА «Башҡорт шәле – 2018» конкурсында ҡатнашып, Юғары сифат дипломына лайыҡ булды. Ошо уңайҙан оҫтаның үҙе менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.



– Нәфизә Шафиғулла ҡыҙы, күргәҙмәлә Стәрлетамаҡтан һеҙҙән башҡа тағы кемдәр ҡатнашты?

– Стәрлетамаҡтан эшҡыуарҙар Оксана Швынденкова ағас изделиелары, Урал Бикҡужин гальванопластика изделиеларын тәҡдим итте. Беҙҙең ҡаланың данын яҡлап, «Ашҡаҙар нағыштары» һәм «Марьяна» фольклор-эстрада ансамбле сығыш яһаны. Сәфәрҙе ойоштороу йәһәтенән ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм мәҙәниәт бүлектәре күп көс һалды.

– Сара ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы һуң?

– Унда Рәсәйҙең ун биш төбәгенән килгән оҫталарҙың һәр ҡайһыһының да эштәре һоҡланғыс ине. Беҙҙең башҡорт, татар халҡының элек-электән бай кәсепле, үҙенең оҫталығы менән күп яҡтан сағылыш алған эштәрен күреп, айырыуса һоҡландым. Бындай саралар беҙҙе берләштерә, дәртләндерә, яңы асыштарға әйҙәй, күңелде үҫтерә. Үҙем шәл бәйләһәм дә, күргәҙмәлә ҡул оҫталарының эштәренә һоҡланып ҡарап йөрөнөм. Яңы идеялар килде. Үҙемә күп дуҫтар таптым.

– Шәл бәйләү эшенә ныҡлап ҡасан тотондоғоҙ?

– Үҙем сығышым менән Кушнаренко районы Яңы Ҡамышлы ауылынан. Беҙҙең яҡта шәл бәйләмәйҙәр, Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылына килен булып төшкәс, беренсе тапҡыр шәл бәйләгәндәрен күрҙем. Был кәсеп тәү күреүҙән үк күңелемә ятты. Ә уға тиклем һарыҡ йөнөнән төрлө бәйләм эштәрен белә инем инде. Шулай уҡ ырғаҡ менән дә бәйләй инем. Тик кәзә мамығын эш итеүе бик нескә эш, шәл матур килеп сыҡһын өсөн иң тәүҙә мамыҡты нәҙек итеп, тигеҙ генә иләй белергә кәрәк. Ҡәйнәм, Вәсилә Шакир ҡыҙы, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән кеше, ҡәйенһеңлем Рәмзиә менән икәүләп мине итәғәтле генә итеп шәл бәйләү серҙәренә төшөндөрә башланы. Улар үҙҙәре бик оҫта шәл бәйләүселәр, ихлас итеп мине лә өйрәттеләр. Шәл бәйләүҙең нескәлектәре бик күп: кәзә мамығын эш итергә – башта йыуып киптерергә, тетеп, аяларға, нәҙек кенә, тигеҙ генә итеп иләргә, кизе-мамыҡ епте ҡатлап йомғаҡларға кәрәк. Шунан инде бәйләй башларға мөмкин. Башта уртаһын, унан ситтәрен бәйләргә өйрәндем. Бына ошоларҙы ентекле өйрәнеп алғас ҡына шәл бәйләү эшенә ныҡлап тотондом.

– Герб һүрәтен төшөрөү идеяһы ҡасан килде?

– Был идея минең башта күптән йөрөй ине. Бер төрлө генә биҙәктәр һалып бәйләп ултырыу ялҡытып китте, үҙемдең фантазиямды эшкә егә башланым.

Интернет селтәренән, китаптарҙан эҙләнә торғас, төрлө биҙәк үрнәктәрен таптым. Традицион милли биҙәктәргә ҡушып яңы биҙәктәр һалып бәйләргә булдым. Нисек башлап ебәрергә ҡурҡыбыраҡ тора инем. Тик күңел ҡурҡһа ла, ҡул эшләй тигән әйтем дә бар бит әле. Бер шәллек аҡ мамыҡты, бер шәллек һоро мамыҡты эш иттем дә, ошо ҙур эшкә тотонорға тәүәккәлләнем. Ҡарағусҡыл ерлеккә аҡһыл мамыҡтан Стәрлетамаҡ гербын төшөрә башланым. Үҙемә лә бик ҡыҙыҡ булып китте. Сөнки аҡҡоштар ҙа, улар йөҙгән һыу ҙа аҡһыл төҫтә асыҡ күренеп тора. Шәлдең бөтөн ерлеге, ҡаймалары ла, бордюры ла (әҙебе лә) бер-береһе менән тап килергә тейеш. Үҙемдең шәлдәремдә шәл бәйләү мөмкинлектәре сикһеҙ икәнлеген күрһәткем килә. Хәҙерге заман шәлдәре йылы ла, тәбиғи ҙә, йәштәр теләп ябынырлыҡ та булһын ине, тип уйлайым.

Эҙләнгән һайын башта яңы идеялар тыуа. Сер булһа ла әйтәйем инде. Әле бына Башҡортостан гербына тотондом, бөтөрөп киләм. Һүрәт төшөрөп бәйләү – ифрат ҡатмарлы эш. Үҙенә күрә математика тиһәң дә була. Уны бик ныҡлы уйлап эшләргә кәрәк. Һәр күҙҙе теүәл иҫәпләп сығарып, ике яҡлап та биҙәк һалынып бара. Йәғни рәсем ике яҡтан да бәйләнелә – уң яғынан да, тиҫкәре яғынан да сағылыш бара. Биҙәктең нисек һалынырын алдан күҙаллап барырға кәрәк. Ҡарап тороуға ябай ғына эш булып күренһә лә, бәйләгәндә ни тиклем ҡатмарлы эш икәнен аңлайһың.

– Конкурстан ниндәй пландар менән ҡайттығыҙ?

– Ошондай конкурстар ижади эҙлән-гән кешеләрҙе берләштерә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районындағы шәл бәйләү оҫталары менән яҡынданыраҡ танышаһы ине. Ижади эҙләнеүсән кешеләр менән бер ергә йыйылып, төрлө биҙәктәр, орнаменттар тураһында һөйләшергә, яҡындан аралашырға ине. Хыялым – уларҙы бергә туплап, көслө оҫталар коллективы ойоштороу. 2020 йылда уҙасаҡ Фольклориадаға лайыҡлы әҙерләнеү өсөн быйыл беҙгә күпкә камилыраҡ эшләргә кәрәк. Был мәсьәләне ҡала хакимиә-те кимәлендә бергәләп, кәңәшләшеп эшләгәндә, яҡшы булыр ине. Маҡсатым – Башҡорт шәленең брендын күтәреү. Юғиһә, Рәсәйҙә уны һаман да Ырымбур шәле тип йөрөтәләр.

Күптәр хаҡлы ялға сыҡҡас юғалып ҡала. Бөтөн донъяны телевизор аша ғына күреп, үҙенең донъяға ҡарашын тарайта. Ә бит кеше йәшәгән һайын – күпме йәшәй, шул хәтлем камиллаша барырға, ижади яҡтан туҡтауһыҙ үҫергә тейеш. Теләгең булһа, мөмкинлектәр күп. Бәйләм эше – ул минең өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, хәҙер ул ҙур һәм яуаплы эш. Һәр эшкә ижади ҡараш булһа ғына оло еңеүҙәргә өлгәшеп була.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Был эште хуплап, ҡалабыҙҙың шәл бәйләү оҫталары бергә-бергә тупланыр, тигән теләктә ҡалайыҡ. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.

Роза ҠОБАҒОШОВА

әңгәмәләште.
Читайте нас: