Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 16:54

Өҫтәмә аҡса кемгә?

Уны ғинуарҙа Башҡортостанда йәшәүсе 98,6 мең эшләмәгән хаҡлы ялдағылар аласаҡ. Страховка пенсияһын индексациялау 7,05 процент тәшкил итә, ләкин һәр кемдең өҫтәмәһе үҙенең пенсияһы күләменә бәйле шәхсән була. Стаж, эш хаҡы, страховка иғәнәләре, пенсия коэффициенттары һаны ни тиклем юғарыраҡ, өҫтәмә сум-маһы ла шунса күберәк. Арттырылған күләмдәге пенсияны сентябрҙә йәки унан алдараҡ хаҡлы ялға сыҡҡандар ала.

2019 йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһының күпмегә артыуын белеү өсөн әлеге пенсияның күләмен 0,0705-кә ҡабатларға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһендә.
Мәҫәлән, инвалидлыҡ буйынса страховка пенсия-һының күләме 9137 һум икән, индексациянан һуң пенсия күләме 644,16 һумға (9137 х 0,0705 = 644,16) артып, 9781,16 һум тәшкил итәсәк.
Әгәр ҙә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының күләме 13 817 һум булһа, пенсия 974,1 һумға (13817 х 0,0705 = 974,1) артып, 14 791,1 һум тәшкил итә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең ҡыҙыу элемтәһе: (347) 229-71-36.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: