Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 16:04

Тузик, чибың бармы?

2020 йылда йорт хайуандарын тотоусыларға бурыстар артыуы мөмкин. Сөнки эт, бесәй һәм башҡа йорт хайуандарын рәсми рәүештә теркәргә, махсус чип ҡуйҙырыу тураһында закон индерергә ниәтләйҙәр. Был талапты үтәмәүселәргә штраф һалынасаҡ.

“Вся Уфа” телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, чип ҡуйҙырыу тиҙ генә һәм бөтәбеҙгә лә таныш булған ғәҙәттәге укол һалыуҙы хәтерләтәсәк, һәр шприцҡа дөгө бөртөгө ҙурлығындағы чип һалына.
Йорт хайуандарын теркәү проектын 2011 йылда тәүге тапҡыр һөйләшеүҙәргә сығарып, уны булдырыу тураһында ҡарала башланғайны. Закон ҡабул итеүселәр тәүҙә малдарҙы ғына теркәү тураһында уйлағайны, һуңынан һәр йорт хайуанына код ҡуйырға тәҡдим иткән.
Закон булдырыуға риза булыусылар быны заман талабы менән бергә атлау тиһә, ҡаршы тороусылар чип ҡуйҙырыу бушҡа аҡса бөтөрөү тип билдәләй. Ысынлап та, заман менән бергә атлау өсөн ҡайһы бер саҡта сығымдар талап ителә. Ғөмүмән алғанда, чиптар йәнлектәрҙең хужаларын табырға ярҙам итергә, шулай уҡ йәнлектең прививкалар һәм башҡа санитар сараларҙы үтеү тураһында мәғлүмәт тупларға тейеш.
Э. Мөниров.
Читайте нас: