Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 13:18

Уртаҡ табын

...Рәхәткә сыҡты кешеләр, тим. Кеҫәң генә кәпәйеп торһон, табыныңды батшаларҙыҡынан да, башҡаларҙыҡынан да кәм түгел итеп ҡороп була. Өҫтәлгә ниндәй генә һый ҙа һыйыр!

Яңы йыл алды туған, дуҫ-ишкә бүләктәр һайлап, өҫтәлгә нимә ҡуйырға икән тип аптырап үтә. Мәҫәлән, байрам алдынан һут һайлай алмай аптыраныҡ. Еләк, алма, банан... Ниндәйе генә юҡ. Шул саҡта, ирекһеҙҙән, бала саҡ иҫкә төштө.
Быуындаштарым хәтерләйҙер әле, бер заман демократия менән төрлө тәм-том килеп инде тормошҡа. Ул шоколад, ул һут, һағыҙ. Беҙ, бала-саға, яңы төр тәм-том килеп сығыу менән шул шоколад йәки һутты тәмләп ҡарарға хыялланабыҙ. Шулай итеп, ауылға бер мәл “Зуко”, “Юппи” тағы әллә ниндәй исемле һут, дөрөҫөрәге һут порошоктары килтереп тултырҙылар. Эх, кинәнәбеҙ, әй. Ул порошокты һыуға ла шыйыҡлап эсәбеҙ, ялайбыҙ ҙа. Ә байрамдар етә башлаһа, ул һуттарҙы күпләп, запаслап алып ҡуябыҙ. Был йәһәттән бигерәк тә бер Яңы йылды ҡаршы алыу, дөрөҫөрәге, уға әҙерләнеү мажараһы күңел түрендә һаҡлана.
...Байрам таңы атты. Иртән иртүк әҙерләнә башланыҡ. Шул мәл кемдер әлеге һуттарҙы “эҫе һыуҙа шыйыҡлаһаң, тәмлерәк була икән”, – тине бит. Беҙгә, ғаиләләге бәләкәстәргә, был етә ҡалды: әсәйҙең һаҡлап килгән яңы кәритәһен шым ғына алып, тышҡа ултыртып ҡуйҙыҡ та шунда бөтә порошокты һалып, өйҙән эҫе һыу ташып тултырҙыҡ. Йәнәһе, тиҙерәк һыуынһын да тәмләп ҡарарға кәрәк бит!
Һут һыуынған арала үҙебеҙ урамда кинәнеп хоккей уйнай-быҙ. Шулай уйынға мауығып китеп, оҙаҡ ҡына йөрөп ташлаған-быҙ икән. Кәритәгә баҡһаҡ, һут төбөндә генә ҡалған. Аптырай-быҙ, ҡайғырабыҙ – һутһыҙ Яңы йылды нисек үткәрмәк кәрәк! Түгелмәгән, тимәк, әсәй өйгә алып ингәндер. Өйгә инеп, әсәйҙән һорайбыҙ. “Юҡ, мин күрмәнем дә!” – ти әсәй һәм үҙебеҙҙе кәритәһен рөхсәтһеҙ алған өсөн әрләй башламаһынмы.
Кем улай уҫал итеп шаяртҡан һуң балалар менән?! Аптыраған көндән йәнә тышҡа сығып, кәритәне тағы тикшерәбеҙ. Шул саҡ эргәлә генә торған һыйырыбыҙ кикереп ҡуя. Юҡ, был юлы уның ауыҙынан йәйге үлән еҫе сыҡмай, ә беҙҙең “Зуко”, “Юппи” еҫтәре...
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: