Әле булһа күп фатирлы йортта газ шартлауға бәйле ишелгән йорт 39 кешенең ғүмерен өҙгәнен аныҡ аңлап торабыҙ, һәләк булыусылар араһында ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, балалар ҙа бар. Ҡотҡарыу операцияһының һәр минутын тиерлек яңылыҡтар аша күҙәтеп торҙоҡ, етәкселәр ҙә үҙ фекерҙәрен әйтә барҙы. Был ҡурҡыныс ишелеүҙә 11 айлыҡ баланы ҡотҡарыу мәле лә мөғжизә кеүек күренде. Иң мөһиме, Ваня һауығыуға табан бара.
Фажиғә артта ҡалды. Кешеләр яйлап ҡәҙимге тормошҡа ҡайта, тик әле һығымталар барларға, тикшереү һөҙөмтәләре тураһында әйтергә иртә әле. Шулай ҙа... ҡайһы бер күренештәр буйынса һығымта яһарға була. Кешеләрҙең мөнәсәбәте тураһында әйтәм. Берәүҙәр ил менән ҡайғырғанда, бәғзеләргә байрам кәйефе, кемдер байып ҡалырға ла аптырап тормай.
Фажиғәнең сәбәбе рәсми яңылыҡтарҙа фатирҙарҙың береһендә газ шартлауға бәйле. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары теракт тип тә яҙып сыҡты. Нисек кенә булмаһын, был йәһәттән белгестәрҙең фекере тағы һәм теүәлерәк яңғырар әле. Хәйер, ҡырҡҡа яҡын ғүмерҙәрҙе генә бының менән кире ҡайтарып булмаҫ шул.
Фажиғәлә тағы бер нәмә иғтибарҙы йәлеп итте: шартлауҙан һуң күптәр берләшеп, ҡазаға тарығандарға ярҙам итергә ашҡынды. Кемдер йәшәп торорға үҙенең фатирын бирергә әҙер, кемдер ҡотҡарыусыларҙы йылы аш менән дә һыйланы, машинала кеше йөрөтөү, яҡындарын юғалтҡандарға аҡса йыйыуҙар... барлыҡ изге эштәрҙе һанап бөтөрлөк тә түгел. Был көндәрҙә власть менән иңгә-иң терәшеп, ваҡытын, һаулығын аямай, кешеләрҙе бергә ҡотҡарыуҙар, бергәләп йыуатыуҙар – кешеләрҙә кешеләргә ышаныс уята. Һәм күрше подъездарҙа буш ҡалған фатирҙарҙы талап йөрөүселәр, ҡазаға тарығандарға тип алдап аҡса йыйыусылар, байрам салюты аттырыусылар был ышанысты бер нисек тә юя алмай. Иң мөһиме, яҡындарын юғалтҡандар бирешмәһен, имен ҡалғандар аяҡҡа баҫһын. Йәшә, Ваня, йәшә, бирешмә!