Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2019, 15:58

Йылы бар

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, белеүегеҙсә, хәҙер власть органдары, төрлө ойошма-учреждениеларҙан алған хеҙмәт буйынса дәғүәләрҙе Башҡортостан етәксеһе һәм ҡала башлығының социаль селтәр-ҙәрҙәге рәсми сәхифәләренә лә яҙырға була.

Ә мөрәжәғәттәрҙең ниндәйе генә юҡ: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, торлаҡҡа сираттан алып төнөн ҡысҡыртып йөрөгән автомобилдәргә тиклем. Иң мөһиме, был эш алымы – һөҙөмтәле: ҡайһы бер мәсьәләләр ярты сәғәт эсендә хәл ителә, ҡайһы берҙәре контролгә алына.
Мәҫәлән, һуңғыларының береһенә күҙ һалғанда, “Октябрь проспекты, 43 адресы буйынса урынлашҡан йортта йылы юҡ” тигән хәбәр барлыҡҡа килде. Ысынлап та, сатлама һыуыҡта бындай хәлгә ҡалһаң, ай-һай, еңел түгел. Баҡтиһәң, дөйөм йортта йылы бар, тик ҡайһы бер фатирҙарҙа, ябайлыштырып әйткәндә, йылылыҡ системаһында һауа барлыҡҡа килеү сәбәпле, градустар түбән “тәгәрәгән”. Иң мөһиме, хәҙер фатирҙарҙа йылы бар, тик системанан һаман да һауа сығып бөтмәгән – әле тейешле хеҙмәт ошо мәсьәлә менән мәшғүл.
Әлегеләй етешһеҙлектәр барлыҡҡа килһә, ҡала хаки-миәте 05, 20-00-45 телефондарына шылтыратыуҙы үтенә.
Читайте нас: