Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2019, 14:07

Бина яҡтырҙы,«бишлеләр» кәрәк!

Күптән түгел ҡаланың 16-сы мәктәбендә ғәжәп үҙенсәлекле һәм күркәм сара булды. Уның сәбәбе шунда – хәҙер мәктәп уҡыусылары яҡты, йылы бинала уҡыясаҡ.

Былтыр яҙ мәктәп етәкселеге һәм Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһе урам комитеты урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса проектта еңеп сыҡҡайны. Бына шул проект аҡсаһын мәктәптең иҫке ағас тәҙрәләрен пластик тәҙрәләргә алмаштырыу өсөн тотонорға булдылар.
Был бик ҙур эште ата-әсәләр биҫтә халҡы менән бергәләп атҡарып сыҡты. Эште әүҙемләштереп ебәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы бағыусылар ҙа табылды. Ошо изге эште ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт йөҙөнән матур байрам ойошторолдо ла инде. Байрам “Изгелек ҡыл!” тигән девиз аҫтында гөрләп үтте. Унда ата-әсәләр, уҡыусылар, мәктәп ҡарамағындағы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр һәм ошо биҫтәлә йәшәүсе халыҡ йыйылды. Сараға шулай уҡ бағыусылар һәм Стәрлетамаҡ ҡала мәғариф бүлеге баш инспекторы Рита Исмәғилова ла саҡырылғайны.
Сикһеҙ рәхмәтле уҡыусылар һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр бик матур концерт әҙерләгән.
“Изгелек ҡыл да һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер”, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит!.. Изге эш ул бер ваҡытта ла онотолмай, ә бит киләсәктә күпме быуын ошо яҡты, матур бинала рәхәтләнеп белем аласаҡ!
Р. САФИНА.
Читайте нас: