Ашҡаҙар
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2019, 14:50

Компьютер төймәһе – дөйәләй яңылыҡ

Лас-Вегаста ойошторолған Consumer Electronics Show халыҡ-ара электроника компоненттары күргәҙмәһендә Nemeio француз компанияһы яңы клавиатура төрөн тәҡдим иткән. Замана клавиатураһына ҙур E-Ink дисплейы ҡуйылған, компьютер менән ул сымдарһыҙ тоташа.

Технологиялар үҫешә, яңынан-яңы компьютер компоненттары барлыҡҡа килеп тора. Ябай ғына клавиатураның үҫешен генә алайыҡ, ниндәйе генә юҡ. Та-уышһыҙ кнопкалы, wi-fi һәм bluetooth аша ҙур аранан компьютер менән бәйләнешкә инә алғандар, төргәк итеп йомарлап алып йөрөтөлә торған йомшаҡ клавиатуралар, төнөн уттары балҡып торған һәм әллә күпме өҫтәмә төймәлеләре тураһында ишеткән һәм күргән бар ине. Француздар тәҡдим иткән клавиатура шуныһы менән айырыла: унда һәр кнопкаға айырым һүрәт һайлап алырға була. Компьютер менән һирәк кенә ҡулланыусылар өсөн был яңылыҡ шаҡ ҡатырырлыҡ түгел, әлбиттә. Тик бөтә эше, килеме компьютер ярҙамында килгән кешеләргә был бик шәп, ҙур, дөйәләй яңылыҡ. Был үҙгәр-теүҙәр бигерәк тә фотошоп менән ҡулла-ныусылар өсөн уңайлы, фотошоп тигәс, ғаилә, туй фотоһүрәттәрен үҙгәртеп ултырыусылар тураһында һүҙ бармай. Фотошоп программаһын йәнһүрәттәр, видеоклиптар, уйындар, программалар, сайттар яһағанда ҡулланалар, бындай ҙур эште команда менән башҡарғанда ябай ғына клавиатуралар түҙмәй һәм уңайһыҙ ҙа.
«Миңә лә әллә ни кәрәкмәй был клавиатура!» – тип уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр? Шулай ҙа башҡорт хәрефтәрен йәбештереп йә яҙғансы, ошондай сифатлы клавиатура булһа, һүрәтен генә алмаштырыр ҙа ҡуйыр инек. Шәп-шәп! Тағы ла ниндәй клавиатура уйлап сығарырҙар икән? Миңә ҡалһа, саҡырһаң, ҡулға йүгереп килгән компьютер сысҡаны уйлап тапмаҫтар микән, әллә ҡайҙа юҡ була ла ҡуя уныһы!..
Эльдар ҒАЙСАРОВ.
Читайте нас: