Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2019, 14:10

Нисә кешенең ғүмере...

Ошо көндәрҙә Учалыла ҡот осҡос хәл теркәлгән. Иҫерек ир күршеләрен, ҡатынын һәм үҙен атып үлтергән.

Таңғы биш. Бер ир кафенан таксиҙа өйөнә ҡайтып төшә. Аҡса артынан өйөнә инеп китә. Такси хужаһы пассажирҙан аҡса көтөп ултырғанда яраланған ҡатын йү-гереп килеп сыға. Уның артынан ҡулына ҡорал тотҡан ире лә күренә. Енәйәтсе таксиға ата башлай, водитель саҡ ҡасып ҡотола. Тик, үкенескә күрә, ваҡиға бының менән генә тамамланмай.
Иҫерек ир ҡатыны артынан күрше йортҡа йүнәлә һәм унда өс һәм биш йәшлек балаларының күҙ алдында ирле-ҡатынлы күршеләрен ата. Ҡатын кеше урында йән бирә, ә ире әле – дауаханала, ауыр хәлдә. Ике күршеһен яралаған, үлтергән ир бының менән дә тынысланмай, “үлем тырнағынан” саҡ ҡасып ҡотолған ҡатынын һаман баҫтыра һәм полицияла эшләүсе күршеһенең башына ла етә. Был мәхшәр кеше йәшәмәгән бер йортта тамамлана. Көнсөл ир ҡатынын барыбер ҙә тотоп, үҙенең машинаһында ултыртып алып китә һәм уны атып үлтерә, шунда уҡ үҙенә лә ата.
Ҡот осҡос хәл көнбайыш боевиктарын хәтерләтеп ҡуя. Тик, үкенескә ҡаршы, был ысынбарлыҡ шул. Бер рюмка араҡынан башланған ваҡиға дүрт кешенең ғүмерен ҡыйҙы, береһен яраланы һәм ике баланы әсәһеҙ ҡалдырҙы. Был эскелектән ҡаза күреү бер саҡ туҡталырмы икән?!.
Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.
Читайте нас: