Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2019, 14:28

Йәнә газ шартлаған

Магниттағы шартлауҙан һуң иҫ йыйып та өлгөрмәнек, йәнә шундай уҡ хәл Шахта ҡалаһында теркәлде.

Тәүге сығанаҡтар буйынса Ростов өлкәһенең Шахта ҡалаһында 9 ҡатлы күп фатирлы йортта газ шартлаған, уның һөҙөмтәһендә юғары ике ҡаттағы бер нисә фатир ишелгән. Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фатирҙарҙа 12 кеше йәшәгән, уларҙың 7-һе ҡотҡарылған, бер кеше һәләк булған, тағы ла дүрт кешенең яҙмышы билдәһеҙ. Әлегә 68-се фатирҙа йәшәүселәр тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.
“67-се фатирҙа 5 кеше йәшәгән, уларҙың барыһын да ҡотҡарҙыҡ, 68-се фатирҙа 3 кеше йәшәгән, улар тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ, 71-се фатирҙа 3 кеше булған, унда йәшәүсе ҡатын һәләк булған, ир һәм бала ҡотҡарылған. 72-се фатирҙа ҡатын кеше йәшәгән, уның да яҙмышы әлегә билдәһеҙ булып ҡала”, – тип хәбәр итәләр министрлыҡтан.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был йортта йылы булмағанлыҡтан кешеләр фатирҙарын газ плитәһе тоҡандырып йылытҡан, шартлау шуның һөҙөмтәһендә лә килеп сығыуы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, дөйөм ил буйынса газды ла, йылылыҡ системаһын да график буйынса тикшереп торорға кәрәктер. Был хаҡта бер-бер артлы булып үткән ике фажиғә үҙе һөйләй һымаҡ.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: