Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2019, 19:21

Ҡаты ҡалдыҡтарҙың хаҡы күпме тора?

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер йыйыу, транспортта ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зыянһыҙлаштырыу һәм сүп-сарҙы күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә халыҡ был хеҙмәт өсөн ҡуйылған тарифтарға ярашлы түләйәсәк.

2019 йылдың 1 ғинуарынан төбәк операторҙары ҡаты коммуналь ҡал-дыҡтар менән эш итә башланы ла инде. Күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙарҙа йәшәүсе Башҡортостан халҡы, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ғинуарҙа төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш. Был РФ Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты ҡалдыҡ-тар менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Рәсәй Торлаҡ кодексының 153-сө статьяһының 1-се пунктына ярашлы, граждандар һәм ойош-малар коммуналь хеҙмәт өсөн тулыһынса һәм ваҡытында тү-ләргә бурыслы. Тимәк, килешеү булыу-булмауы мәсьәләне хәл итмәйәсәк, сөнки судтар бындай саҡта коммуналь хеҙмәткәрҙәр яҡлы: хеҙмәт ғәмәлдә күрһәтелгән һәм уның өсөн түләргә тейешбеҙ. Килешеү төҙөүҙең формаһы һәм тәртибе төбәк операторҙарының рәсми сайтында бар.
Сүп-сар реформаһы буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының “ҡыҙыу линия”һы-на 8-347-218-03-90 телефоны буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ. Әйткәндәй, республикала ҡалдыҡтарҙы йыйыу операторҙары бер нисә. Беҙ иһә (стәрлетамаҡтар) “Эко-сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ҡарайбыҙ.
Реформаның маҡсаты ни-мәлә һуң? Яуап ябай яңғырай һымаҡ: рөхсәт ителмәгән урындарҙағы сүп-сар өйөмдәрен юҡҡа сығарыу. Беҙ бит сүпте ҡайҙа уңайлы, шунда ташлап өйрәнгәнбеҙ. Тәбиғәттән файҙа-ланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бындай сүп-сар урындары 2500 тирәһе икән. Әле уларҙы “инвен-тарлаштырыу”, йәғни иҫәпкә алыу һәм ҡайҙа, нисек ташыу сараларын билдәләү бара. Уларҙы таҙартып бөткәс тә тағы шундай ташландыҡ урындар барлыҡҡа килә икән, бының өсөн әлеге төбәк операторҙары яуап бирергә тейеш. Тирә-яғыбыҙҙа тәртип, урамда һәм кеше хеҙмәте менән башҡарылған һәр урында таҙалыҡ булыуына, бөтә ҡалдыҡты алдынғы донъяға хас булған тәртиптә йыйыуға, ташыуға һәм эшкәртеүгә бер кем дә ҡаршы булмаҫ, моғайын. Ләкин яңы ойошторолған төбәк операторҙарының хеҙмәтлән-дереүе өсөн хаҡ күпме булыр? Халыҡты ла, реформаның уңыш-лы үтеүен хәстәрләүселәрҙе лә ошо мәсьәлә борсой. Халыҡҡа ғинуар башында уҡ таратыла башлаған коммуналь түләүҙәр
өсөн квитанцияларҙың береһен-дә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса пункт бар һәм унда тариф ярайһы “елле” генә. Рес-публика ҡалаларының бере-һендә шулай ашыҡҡандар. Ә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдереүенсә, квитанцияларҙа ҡалдыҡтар өсөн айырым пункт 25 ғинуарҙан һуң ғына яҙылырға тейеш.
– Бындай хәл ҡабатланырға тейеш түгел. Яуаплылар, контролгә алығыҙ һәм күҙәтегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Был хаҡта төбәк опера-торҙарына еткергәндәрҙер инде. Ә беҙгә иһә квитанцияларҙы көтөргә генә ҡала. Ҡасандыр капиталь ремонтты ла еңел генә ҡабул итмәнек, әммә өйрәндек һәм һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Был реформаның да халыҡҡа тик файҙа килтереренә ышанайыҡ.
Р. ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: