Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2019, 19:52

Кабель телевидениеһы ҡиммәтләнә

Стәрлетамаҡта 1 февралдән «Уфанет» компанияһының кабель телевидениеһы ҡыйбатлана. Был турала компания сайтында белдереү бар.

«1 февралдән торлаҡ йорттарҙа физик шәхестәр өсөн «Базовый пакет» кабель телевидениеһына абонент түләүе күләме арта. Ул хәҙер айына 140 һум торасаҡ”, тиелә белдереүҙә.
Әлеге көндә кабель телевидение өсөн абонент түләүе айына 120 һум.
Әйткәндәй, ғинуарҙан алып илдә телевидение тапшырыуҙарын һанлы форматта ҡарауға күстеләр. Республикаға ул йәйгә килеп етәсәк. Баҡтиһәң, төбәктә яңылыҡ барып етмәгән муниципалитеттар ҙа етерлек икән. Әммә был проблеманы хәл итеү буйынса эштәр алып барыла.
Читайте нас: