Был хәл күптәрҙе аптыратты, әммә әлегә уның буйынса аныҡ ҡына рәсми яуап юҡ, хәйер, белгестәр тикшереү алып бара икән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, әлеге йортта шул көндө һыу системаһында ремонт эшләнгән һәм өҫтәге күршеләре кранын таҙартам тип, уның эсенә зәңгәр төҫтәге махсус шыйыҡса ағыҙған. Бындай хәлде, әлбиттә, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, тик ни ҡылаһың… Әлегә ялыу бер фатирҙан ғына булған.