Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2019, 13:35

Төшөп ҡалғандарҙан түгелбеҙ!

- Ағайың каникулға ҡайтҡас, тай-ҙы егергә өйрәтерһегеҙ, – тип, әллә ысынлы, әллә шаяртып, йөрәккә ҡуҙ һалып ҡуйҙы атайым.Көтөп алған көн килеп тә етте. Төнө буйы ябалаҡлап яуған ҡар тирә-яҡты тәрән көрткә күмгән. Ағайымдың тай менән нисек айҡалашҡанын видеоға төшөрөр өсөн дуҫым Байназарҙы ла ҡунаҡҡа саҡырҙым.

Ағайым тайҙың муйынына ҡамытты аҫты ла, йөк санаһы ҡырына килтерҙе. Тәртәләр араһына ингәс, тай тик тормай, бейергә кереште. Ағайым ауыҙлыҡҡа дилбегә остарын эләктергәс, миңә уны шаҡарып тартып торорға ҡушты. Арҡалыҡты бәйләгәнсе тай ажарланып, үрәпсеп ялдарын уйната, дилбегәне ҡулдан өҙөп алып бара. Бармаҡтар түҙмәй, киҫелә генә... Бер мәл сана алға ырғыны һәм йән-фарманға ихатанан сығып урамға уҡталды. Артыбыҙҙан ағайымдың: «Йәбешегеҙ, төшөп ҡалмағыҙ!» – тигән һөрәне генә ишетелеп ҡалды.
Их, ҡолаҡ төбөндә бүреләр олой, диңгеҙ шаулай, буран һыҙғыра!.. Битте әсеттереп ҡар ҡомо сыбыҡлай, тын алырға ла ирек бирмәй. Төнө буйы яуған ҡар тай өсөн дә, тайға эйәргән ауыр сана өсөн дә кәртә була алмай. Бәҫ ҡаплаған күҙҙәрҙе асып булмағас, ҡайһы тирәлә сапҡаныбыҙҙы ла төҫмөрләүе ауыр. Дилбегә ҡайғыһы юҡ, ул әллә ҡайҙа булған. Санаға ҡанаттарын йәйеп уҡмашҡан Байназарҙың: “Түңкәрә был беҙҙе, әйҙә һикерәбеҙ!” – тиеүе менән мин сананан ситкә ырғыным. Икебеҙ ҙә баштан-аяҡ тәрән көрткә сумғанбыҙ. Ә санабыҙҙан елдәр иҫкән.
Ялан буйлап һуҙылып ҡалған сана эҙенән кире яҡҡа ыңғайлайбыҙ. Бата-сума, хәлдән тайып, ихатаға ҡайтып ингәндә, йыш-йыш һулыш алған, шыбыр тиргә батҡан тайыбыҙҙы ағайым кәртәлә эйәр һалырға өйрәтеп маташа ине. Ул беҙҙе күргәс: “Төшөп ҡалған малайҙар ҡайтты! Афарин, егеттәр!” – тип, беҙҙең һалпы яғыбыҙға һалам ҡыҫтырҙы.
Эйе, беҙ сананан осоп төшөп ҡалһаҡ та “төшөп ҡалған” малайҙар түгелбеҙ (кем әле шулай өйрәнмәгән тайҙың санаһында ултырып йөрөй ала!)! Шулай итеп, беҙгә ағайымдың хәлдән тайған тайҙы һыбай йөрөргә өйрәткәнен генә видеоға төшөрәһе ҡалды...
Артур ГУЗИН,
В. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаттың 5-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: