Тиҙ арала аҙыҡ-түлектең сифатын тик-шереү өсөн ҡул-ланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнгән ойошмаларға люми-носкоптар һәм экотестерҙар тап-шырылған. Әле 9 йәмәғәтселек компанияһы һәм 17 муниципаль бе-рәмек ошондай ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Заманса техника менән аҙыҡтың сифатын тикшереү еңелләшә. Тикшереү барышында етешһеҙлектәр асыҡланһа, уға лаборатор экс-пертиза үткәреләсәк. 6 йыл дауамында республикала 63 ойошма ошондай заманса техника менән йыһазландырыласаҡ.
Әйткәндәй, сит тарафтарҙан килтерелгән йәшелсә-емеште һа-тып алыу күптәрҙе ҡурҡыуға һала. Бигерәк тә йәйен ҡарбуз һатып алыу шикләндерә. Сөнки күптәр тәбиғи өлгөрөп етмәгән ҡарбуздар менән ағыуланып, дауаханаға эләккәндәрен ишеткәнебеҙ бар. Ә бындай техникалар сауҙа нөктәләрендәге йәшелсә-емеште тикшереп тороу өсөн бигерәк тә ҡулай буласаҡ.