Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар 2019, 12:44

Башҡорт эпостарына нигеҙләнгән видеоуйын – “Зәрҡүм”

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләгән виртуаль донъяны проектлау һәм дизайн лабораторияһы ғалимдары беренсе башҡорт видеоуйынын тыуҙырыу өҫтөндө эш башланы.

Хәҙерге заманда видеоуйындар тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә тиерлек үтеп инде, улар кешенең белеменә, мәҙәниәтенә, донъяға ҡарашының формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә лә уйындарҙың роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Видеоуйындар ярҙамында балаларҙа логик фекерләү һәләте үҫешә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешә белеү, тырышлыҡ, түҙемлек кеүек ыңғай сифаттар формалаша. Ғалимдар уйындарҙың кире яҡтарын да урап үтмәй. Сит илдәр тәҡдим иткән видеоуйындарҙа ят мөхит, артыҡ агрессия, ҡанһыҙлыҡ булыуын билдәләй. Был шарттарҙа видеоуйындарҙы үҙебеҙҙең мәҙәниәт һәм традициялар ярҙамында эшләү иң яҡшы сараларҙың береһе булып тора.
“Зәрҡүм” видеоуйынын төҙөүселәр был мәғлүмәттәрҙе күҙ уңында тотоп, уйынды Minecraft стилендә яһай, бында мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош, реаллек юҡ кимәлдә тиерлек. Уйынсыларға был стиль бала саҡтан Lego конструкторы аша таныш.
Уйындың барлыҡ локациялары ла башҡорт халҡының эпостары һәм ле-гендаларында һүрәтләнгән урындарға бәйле була. Шулай итеп, уйынсы Ҡатил, Самрау батша илдәренә сәйәхәт итә, Шүлгәнташ мәмерйәһен дә күрә ала.
Был тылсымлы, мажараларға бай виртуаль донъяла уйынсы йәш батыр образында, яуыз көстәргә ҡаршы көрәшеп, илдә йәшәгән бар халыҡтарға ла тыныслыҡ килтерәсәк. Ваҡиғалар Урал батыр улдары һәм ейәнсәре – Нөгөш, Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар менән берлектә яуыз дейеүҙәрҙе еңгән осорҙан һуң күп быуаттар үткәс башлана. Яуыз Зәрҡүм, Нөгөш батыр менән көрәштән һуң иҫән ҡалып, кешеләрҙән йәшенә һәм яңынан көс туплап, башҡорт халҡына үс итә башлай. Уйындың исеме донъяла мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең башҡорт халҡына, уның тормош-көнкүрешенә, мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында алынды. “Кем ул Зәрҡүм?” – тигән һорауға яуап бирер өсөн башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосы менән танышып үтергә кәрәк.
Видеоуйындың сюжеты “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” кеүек данлыҡлы башҡорт эпостарына, легендалар һәм риүә-йәттәренә, әкиәттәренә нигеҙләнә.
“Зәрҡүм” видеоуйынының башҡорт телендә булыуы, музыка ҡоралдарын, халыҡ йырҙарын ҡулланыу үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға һәм донъя кимәлендә әүҙем пропагандалауға булышлыҡ итәсәк. Япон, Ҡытай, Корея халыҡтары был өлкәлә күптән уңышлы эшләй, беҙҙең проект та уларҙан ҡалышмаясағына ышанысыбыҙ көслө.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: