Әлбиттә, ниндәй кешеләр менән аралашыуын, ниндәй мөхиттә йәшәүен һәр студент үҙе һайлай. Кемдер камиллашыуын, үҫешен дауам итә, кемдер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түбән тәгәрәй. Күптәр студент тормошон идеаллаштырып йәшәй. Студент һүҙен – “ирекле ҡош” образы менән бутай. Шуға күрә, ысынбарлыҡ менән осрашҡан кисәге мәктәп уҡыусыһы үҙен дөрөҫ тота белеүе мөһим.
Ә хәҙерге студент ниндәй булырға тейеш һуң? Минең өсөн хәҙерге йәки элекке студент араһында айырма юҡ. Минең уйлауымса, һәр заман студенттары бер үк булырға тейеш.
Тормошта һәр кем үҙенең эше, һүҙе, холоҡ-фиғеле өсөн яуап бирергә бурыслы. Ата-әсәһенең ҡосағынан сығып, яңы осорға өйрәнгән балалар өсөн яуаплы булыу – иң мөһим сифат. Нисек насар ғәҙәттәргә өйрәнмәҫкә, нисек кеҫәңдәге аҡсаңды дөрөҫ сарыф итергә, нисек кәрәк саҡта үҙеңде ауыҙлыҡлай белергә – быларҙың барыһына ла яуаплылыҡ өйрәтә. Яуаплы кеше әйтер һүҙен, башҡарыр эшен алдан уйлап, планлаштырып ҡуя.
Шулай уҡ, тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән сту-денттарҙы бөтәһе лә күрә һәм яҡшы баһалай. Тәүге уҡыу йылында уҡ ошо сифаттарға эйә икәнлегеңде күрһәтһәң, һиңә лә ҡаршы киләсәктәр, ярҙам итеп торасаҡтар.
Йәштәр тормошо шаулап-гөрләп тора. Студенттарҙың да ошо шарлауыҡта ҡайнауы мөһим. Сөнки уҡыу менән генә сикләнеп ултырырға ярамай. Кеше үҙенә бик күп шөғөл табырға, үҙен бар яҡтан да камиллаштырырға тейеш.
Студент өсөн хас булған тағы бер сифат – ул етеҙ булыу. Сос, етеҙ, шәп кеше барыһына ла өлгөрә, бөтә нәмәне лә белә. Башҡалар ишетмәгән, белмәгән яңылыҡты барыһына ла еткерә, һорауҙарға тапҡыр яуап бирә. Бындай кеше уҡытыусылар менән дә еңел аралаша, студенттар араһында ла үҙ урынын тиҙ таба. Сос кеше килеп тыуған төрлө ҡыйынлыҡтарҙы, проблемаларҙы бик еңел сисә.
Студенттың ниндәй булырға йәки ниндәй булмаҫҡа тейешлеге тураһында бик күп уйларға була. Иң мөһиме, ул бар насар ғәҙәттәрҙән ҡасып, арынып, тик ыңғай яҡтан ғына үҫешергә тейеш. Беҙ, бөгөнгө студенттар, илебеҙ өсөн яҡшы кеше булып формалашырға кәрәклеген беләбеҙ. Илебеҙ киләсәге – йәштәр ҡулында. Студент исеменә бәҫ төшөрмәйенсә, тик ыңғай сифаттарыбыҙҙы ғына үҫтерергә тырышайыҡ.