Әлеге карта ярҙамында ата-әсәләргә онлайн-кабинет аша балаларының мәктәпкә килеү һәм мәктәптән сығыу ваҡытын күҙәтергә мөмкин. Ә уҡыусылар иһә мәктәп ашханаһында төшкө аш өсөн һәм йәмәғәтселек транспортында йөрөгәндә был картаны ҡуллана ала. Картаға почтала йәки банк бүлексәһендә, шулай уҡ мобиль ҡушымта аша аҡса һалырға мөмкин. Стәрлетамаҡтың был тәжрибәһен өйрәнеп, картаны республиканың барлыҡ мәктәптәре лә индерергә ниәтләй.