Ветераныбыҙ тәүәккәл холоҡло, башкиҫәр рухлы, яндырай әҙәм. Һәр тотонғанын, үҙе әйтмешләй, «саң борхотоп, ат өркөтөп» башҡарырға ярата, туҡһанын теүәлләһә лә һис тә бирешергә теләмәй, өҙә баҫмаһа ла теремек кенә ҡымғырлай. Әбейе лә уға күнеп бөткән. Шулай булмай тағы, етмеш йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр. Һуңғы алған машинаһы сығынлаған аттай өҙлөкһөҙ бер яҡҡа тартһа ла уны йүнәтергә ашыҡмай Рәхмәтулла, рулен уң яҡҡа шаҡара тартып елдерә. Мөлкәтенә дәүләт номеры һуғыуҙы ла үҙенсә ыңғай хәл итте – ал яҡҡа иҫке «Москвич»ыныҡын беркетте, артҡа уртансы «Жигули»һыныҡын таҡты. «Яттыҡы түгел, әүәле үҙемдең хәләл аҡсаға алғандарҙыҡы», тип аңлатты ул был зирәк алымын эштең айышына төшөнөп етмәгәндәргә. Яңыраҡ:
– Олатай, водитель танытмаң бармы ул? – тип һорарға йөрьәт иттем.
– Ә кәк же, һәр нәмәлә теүәл тәртип кәрәк. – Ҡарт белекле төҫтә һуҡ бармағын юғары күтәрҙе. – Һуғыш йылында алған дөкәминт күптән туҙып эшлектән сыҡҡас, хәҙер ветеран танытмаһын ғына ҡулланам. Юлда туҡтата һалып бармайҙар.
Күптән түгел бабайыбыҙ юлда ҡазалана биреберәк ҡуйҙы. Ауыл юлынан асфальтҡа сыҡҡан ерҙә ниндәйҙер иномаркаға барып бәрелгән. Иномарканы һөҙгән «десятка» бирешмәгән, ветераныбыҙ ҙа имен-аман. Юл хәрәкәте боҙолған ергә инспектор килә һалып еткән дә бабайыбыҙға ғәйеп таға икән:
– Иномарка ехала по главной дороге, Вы нарушили дорожное движение, – ти икән был.
Аҙағын гәзитебеҙҙә уҡығыҙ.