Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 14:19

Стәрлетамаҡ – хәүефһеҙ ҡала

Өфөлә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү берҙәм системаһына ингән төбәк бүлексәләре етәкселәренең йыйылышы үтте. Унда республика Хөкүмә-тенең Премьер-министры урынбаҫары ва-зифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов ҡатнашты.

Бында 2018 йылға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү, кешеләрҙе янғындан һәм һыуға батыуҙан ҡурсалау һәм граждандар оборонаһы өлкәһендә эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ киләсәккә эш планы билдәләнде.
Шуныһы ҡыуаныслы: сара барышында “Республика халҡын хәүефһеҙлек менән тәьмин итеүсе иң яҡшы муниципаль берәмектең урын-дағы үҙидара органы” конкурсында беренсе урын яулаған өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликовҡа диплом тапшырылды.
Читайте нас: