Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2019, 14:00

Араларҙың алыҫлығын кем яҡынайта...

Әлеге ваҡытта почта бүлексәләрендә ҡасандыр кеше башҡарған күпселек эштәрҙе автоматлаштырылған заманса технологиялар үтәй. Шул уҡ ваҡытта әлегә хат һәм гәзит-журналдар ташыусылар алыштырғыһыҙ кеүек тойола. Йәйге эҫелә лә, ҡышҡы бурандарҙа ла ал-ял белмәй хеҙмәт итә улар. Ә Стәрлетамаҡтың почта бүлексәләре менән бәйләнешебеҙ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлегебеҙ әллә ҡасан булдырылған. Матбуғат баҫмаларына алдан яҙылыу кампанияһы башланып ҡына торғанда Стәрлетамаҡ почтамты начальнигы Нил Наил улы ХӘМИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул сығышы менән Дәүләкәндән. Һамар элемтә техникумын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын 1990 йылда почтаның сауҙа бүлегендә башлап, Стәрлетамаҡҡа күскәнгә тиклем Дәүләкән почтамтында начальник урынбаҫары булып эшләгән.

– Стәрлетамаҡ почтамтын етәкләүегеҙгә бер йыл ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, почта бүлексәләрендә һиҙелерлек ыңғай үҙгәрештәр күрәбеҙ. Яңы коллективта эште нисек башлап ебәрҙегеҙ, улар һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Коллектив мине бик яҡшы ҡаршы алды. Берҙәм, татыу коллектив менән килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе шунда уҡ ваҡытында хәл итәбеҙ. Ҡала, район, ауыл хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Әлбиттә, Дәүләкән менән сағыштырғанда, Стәрлетамаҡ почтамтында эш кү-ләме бөтөнләй башҡаса, сөнки беҙ хеҙмәтләндергән биләмә бында 2 тапҡырға күберәк. Беҙҙең ҡара-маҡҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тыш Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Федоровка райондары инә. Барлығы – 83 почта бүлексәһе, 24-е ҡалала, 59-ы – ауылда, 350 мең кешене һәм 142 мең ихата-кварталдарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ.
– Һуңғы йылдарҙа почта бүлек-сәләрендә беҙ ғәҙәтләнгән конверт, открытка, гәзит-журнал, китап, сувенирҙарҙан башҡа көнкүреш тауарҙары (ярманан башлап мен-дәр-юрғанға тиклем,) менән һа-тыу итә башланылар. Кибеттәре булмаған бәләкәй ауылдарҙа ҡарт-ҡороға бының файҙаһы ҙур, әлбиттә. Ә һәр 2-5 метр һайын магазины булған ҡалаға был тауарҙарҙың почтала булыуы кәрәкме икән?
– Сувенирҙар булһынмы йәки халыҡҡа көндәлек кәрәк-яраҡ та-уарҙарымы – улар барыһы ла социаль проект буйынса килә. Мәҫәлән, магазиндарҙа 60 һум торған ярманы почтала 29 һумға һатып алырға була. Халыҡҡа пенсия ташыусы почтальондар пенсионерҙарҙың яҡын дуҫына әйләнә. Әйтәйек, ошо уҡ тауарҙарҙы улар өйҙәренән сыҡмайынса ғына ла почта хеҙмәткәрҙәре аша һатып ала.
– «Мәктәп уҡыусыһы картаһын» һәм башҡа төрлө социаль, транспорт карталарын һеҙҙә «тулыландырырға» була икән…
– Был, ысынлап та, шулай. Бынан тыш, универсаль электрон карталарға ла, телефонға ла аҡса һалырға мөмкин.
– Һеҙҙә күпселек ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Уларҙың төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулауҙарын күҙәтеп барабыҙ. Хеҙмәткәрҙәрегеҙ араһынан кем-дәрҙе айырым билдәләп үтер инегеҙ?
– Почта хеҙмәткәрҙәренә иң мөһиме – халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү, улар менән яҡшы аралаша белеү. Бәләкәй генә эш хаҡына ла тауҙай хеҙмәт башҡара улар. Элемтә хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа 80-гә яҡын төрҙәге хеҙмәт күрһәтә. Почтальондар пенсияларҙы хатта йортҡа килтереп бирә. Шуға ла мин бөгөн бар ғүмерҙәрен ошо эшкә бағышлаған урынбаҫарым Әлиә Нәсим ҡыҙы Ишҡаринаны, производство бүлеге етәксеһе Ва-лентина Владимировна Осипованы, почта хеҙмәткәре Лилиә Вәлит ҡыҙы Иҙрисованы һәм водителдәр Алек-сандр Иванович Дьяченко һәм Василь Михайлович Миренковты үҙ эшенең оҫталары тип әйтер инем.
– Яңы йыл алдынан үҙегеҙ ҙә ниндәйҙер пландар ҡор-ғанһығыҙҙыр…
– Әлбиттә. 2019 йылда яңы формат буйынса 20-се (Октябрь проспекты, 43) һәм 15-се (Ноғоманов урамы, 56Б) почта бүлексәләренә реконструкция үткәрергә ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ үҙәк (Коммунистик урамы, 30), 7-се (Яҡутов урамы, 9Б) һәм 12-се (Коче-тов урамы, 24Д) почта бүлексәләрен-дә инвалидтарға уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн «Киләсәк элемтә бүлексәһе» проекты буйынса төҙөкләндереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
– Белеүегеҙсә, беҙҙең теләк – гәзит уҡыусыларҙың күп булыуы, йәғни тиражды арттырыу. Быйыл матбуғат баҫмаларына алдан яҙылыу кампанияһы ҡасан башлана һәм хаҡтар күпме буласаҡ?
– Әлбиттә, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһынан беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ, бигерәк тә почтальондар әүҙемлек күрһәтә. Матбуғатҡа алдан яҙылыу кампанияһы 1 февралдән 31 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа 2018 йылғы хаҡ менән гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Форсаттан сығып, ҡала халҡына ошо мөмкинлекте файҙаланып ҡалыуҙарын теләр инем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, башлаған эштәрегеҙ уң булһын!
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: