Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2019, 14:22

Мейестә ҡабарып бешкән икмәк тәмлерәк

Ҡалабыҙҙың Артем урамындағы 147-се йортта урынлашҡан «Пекарня»ла етештерелгән тәмле икмәк, бәлештәрҙе һатып алырға был тирәлә йәшәүсе халыҡ күптән күнеккән инде. Ошо шәмбелә, йәғни 9 февралдә Лазурная урамындағы 13-сө йортта «Башпекарь» икмәкханаһы асыласағын ишеткәс, уның хужаһы, булдыҡлы егет Азамат ӘХМӘДЙӘНОВты күреп һөйләшеү теләге тыуҙы.


– Бынан өс йыл элек атайым һәм туғандарым ярҙамы менән эшҡыуарлыҡҡа тотондом. Уңышлы ғына эшләп киттем, тиһәм дә була. Тауар әйләнеше һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Әле Лазурная урамында икенсе нөктә асыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм.

– Икмәкхананы асҡас, продукцияларығыҙҙы нисек һатып алып киттегеҙ? Конкуренция етерлек бит.

– Икмәк, бәлештәрҙе бешереп төрлө урындарҙа, “Стерх” магазиндарында, Тимер юл баҙарсығында һата башланыҡ, ҡайһы бер магазиндар менән дә килешеү төҙөнөк.

– Һеҙҙең ҡул аҫтында нисә кеше эшләй? Хеҙмәткәрҙәрегеҙ етешәме?

– Үҙем менән бергә - 7 хеҙмәткәр, бер технолог, ҡалғандары – икмәк бешереүселәр һәм һатыусылар. Эштәр уңышлы барһа, киләсәктә хеҙмәткәрҙәрҙе лә арттырырға уй бар.

– Сеймалды ҡайҙан алаһығыҙ?

– Бары тик экологик яҡтан таҙа, үҙебеҙҙә етештерелгән он менән генә эш итәбеҙ.

– Һәр эште башлағанда, бигерәк тә эшҡыуарҙар, үҙенә маҡсат ҡуя. Һәр хәлдә ул табыш алыу, аҡса табыу, байыуға ғына ҡайтып ҡалмай бит инде.

– Был йүнәлеш беҙҙең ҡалала тәүгеләрҙең береһе. Минең өсөн иң мөһиме – халыҡты яңы ғына мейестән сыҡҡан, өләсәйҙәрҙән ҡалған ре-цептарҙы, тәбиғи сүпрә ҡулланып бешергән сифатлы икмәк-күмәстәр һәм төрлө еләк-емеш, ит бәлештәре менән тәьмин итеү.

– Шәмбе көндө икмәкхананы асҡанда халыҡты йәлеп итерлек, саҡырып торорлоҡ берәй алымығыҙ бармы?

– Әлбиттә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн тәүге 100 һатып алыусыға дисконт карталар таратасаҡбыҙ. Был карта менән кисә бешерелгән икмәкте иртән 30 процентҡа осһоҙораҡ хаҡҡа, ә бөгөн бешерелгәнен кискә табан 20 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.

– Икмәкхананың эш ваҡыты ме-нән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Белеүегеҙсә, икмәк – көндәлек туҡланыу аҙығы. Халыҡты яңы бешкән икмәк продукттары менән тәьмин итеү өсөн ялһыҙ иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләйбеҙ. Мейестән яңы сыҡҡан ризыҡтарҙы ауыҙ итергә беҙҙең магазиндарға рәхим итегеҙ!

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Азамат Салауат улы, матур башланғыстарығыҙ уңыш килтерһен!


Римма ҒӘЛИМОВА

әңгәмәләште.


9 февраля 14.00 ч.по адресу: ул. Лазурная, 13 (напротив 134-го лицея) открывается

пекарня «БАШПЕКАРЬ».

Ждем всех желающих приобрести горячий хлеб и свежую выпечку прямо из печи.
Читайте нас: