Ашҡаҙар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2019, 13:55

...Йөҙ дуҫың булһын икән

Студент саҡ – ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, үҫмерҙең әсәй-атайҙан ваҡытлыса айырылыуы, үҙеңә дуҫтар табып, улар менән йәшәргә, аралашырға өйрәнеү ул.

Белеүегеҙсә, һәр уҡыу йортоноң үҙ ятаҡханаһы бар. Унда төрлө ауылдарҙан, ҡалаларҙан белем алырға килгән студенттар йәшәй. Ул төрлө телдәрҙә һөйләшкән студенттарҙы берләштерә һәм аралаштыра.
Минең дә студент булам тигән хыялым тормошҡа ашты. 24 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡалаға барып, һөнәри белем биргән уҡыу йортона индем һәм бер-ике аҙымда ғына торған ятаҡханаға урынлаштым. Беренсе курста белем алғанда бер кем менән дә танышырға ашыҡманым, сөнки мин үҙемде кеше менән аралаша белмәйемдер, тип уйлай инем. Киләһе йылында шулай ҙа бер егет менән таныштым.
Ул былай булды: бер көндө ашхана бүлмәһендә дежур инем. Иҙәнде һепереп кенә йөрөгән мәлдә, һул яҡ күҙгә нимәлер салынып ҡалды. Әйләнеп ҡараһам, унда минән бер башҡа бәләкәйерәк, алсаҡ йөҙлө, ҡара сәсле малай баҫып тора. Ул үҙенең ярҙамын тәҡдим итте, ә мин уның тәҡдимен ҡабул итмәй, эшемде үҙем тамамланым. Тәүҙә был күренешкә иғтибар бирмәгәйнем, һуңынан инде беҙ йыш ҡына ашханала күрешә башланыҡ.
Тора-бара тағы ла бер нисә студент менән таныштым. Усман исемлеһе – мосолман егете, Аллаға табына, ә Антон – урыҫ малайы, математика фәненә бәйле һорауҙарығыҙ булһа, уға мөрәжәғәт итегеҙ, тиҙ генә сисеп бирер. Өсөнсөһө – Алексей, уның бер нәмәгә лә иҫе китмәй. Уларҙың бүлмәһе ҙур: өс тәҙрәле, урамда ла, бүлмәлә лә бер үк аяҡ кейемендә йөрөйҙәр. Был егеттәрҙең бүлмәһенә бер индем, ике индем...Һуңынан өйрәнеп алдым да, барам да инәм, барам да инәм. Һуңға табан туҡылдатмай ҙа инә башланым. Күрәһең, оятым ҡайҙалыр ҡасҡан.
Ятаҡханала комендант сәғәте 1-2-се курстар өсөн киске сәғәт 10-да, ә 3-4-селәргә 11-ҙән башлана. Шуға күрә дуҫтар менән бер бүлмәлә гәпләшеп ултырабыҙ ҙа, ҡараңғы төшөү менән һәр кем үҙенең бүлмәһенә тарала. Бер көндө был егеттәрҙең көн һайын уҡыуҙан һуң 5-се гимназия эргәһенә баскетбол уйнарға йөрөгәндәрен белеп ҡалдым да, мин дә барып ҡарарға булдым. Буйым баскетбол уйнарға тура килһә лә, башҡаса йөрөй алманым, сөнки уйын мәлендә башым әйләнә ине.
Студент тормошо, әйткәндәй, үҙе бер ҡыҙыҡлы мәл. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр юл аша ғына булған магазинға барып әйләнәбеҙ, сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, студенттың кеҫә яғы таҡыр шул. Стипендия бик бәләкәй, 600 һум аҡсаға ай буйы йәшәп ҡара әле. Шуға күрә өҫтәмә аҡсаны атай-әсәйҙән һорайбыҙ. Ярай әле атай-әсәйең булһа... Студенттар араһында атайҙары, әсәйҙәре булмағандар ҙа бар бит. Ә ятаҡхана – бер ҙур ғаилә кеүек. Берәй йомошоң булһа, иптәштәреңә инәһең дә, әҙәпле генә итеп, нимә кәрәк, шуны һорап алаһың. Бер ҡыйынлығы ла юҡ, хатта аҡса менән дә ярҙам итергә әҙерҙәр. Иптәштәр банк түгел, процент алмайҙар. Хәҙер килеп, “100 һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын” тигән мәҡәлдең асылына ла төшөнөп барам.
Бына нисек татыу йәшәйбеҙ ятаҡханала.
Илшат БАЙЫҠОВ.
Читайте нас: