– Сауҙа итеүселәр кәрәк, тик һаулыҡ ҡаҡшап китһә, иң беренсе беҙ табиптарға йүгерәбеҙ, – тине ҡала башлығы. Уның һүҙҙәренсә, медицина учреждениеларының күпселеге ҙур предприятиелар ярҙамында булдырылған, улар әле лә эшләп килә, йыһазландырыла. Шуға ҡарамаҫтан, кадрҙар мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала, Стәрлетамаҡта табиптар өсөн вакант урындар 50 процентҡа ғына тулыланған.
– Был залда киләсәктәре өмөтлө йәш кешеләр йыйылған. Медицина колледжын тамамлағандан һуң үҙегеҙҙең хеҙмәт юлы-ғыҙҙы Стәрлетамаҡ менән бәйләрһегеҙ, тип өмөтләнәм. Юғары уҡыу йорттарына ла уҡырға барырһығыҙ һәм юғары белемле табиптар булып әйләнеп ҡайтырһығыҙ, тип уйлайым, – тине Владимир Куликов йәштәрҙе ҡалаға эшкә саҡырып.
Ҡала дауаханалары етәкселәре лә үҙҙәренең медицина учреждениелары тураһында һөйләп үтте. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһына төрлө бурыс йөкмәтелгән, йүнәлештәре лә бер-береһенән айырыла. Шуға ла буласаҡ белгестәргә хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәрҙе белеү юғары уҡыу йортона уҡырға барыуға йә квалификация күтәреү курсында белем алыуға йүнәлеш булып тора.
Медицина өлкәһендә эшләргә йыйы-ныусыларҙы дәүләт учреждениеларында һәм шәхси клиникаларҙа эшләүҙең айырмаһы ҡыҙыҡһындырҙы, улар шулай уҡ «Ит комбинаты» туҡталышын «Медицина колледжы» тигән атамаға үҙгәртергә тигән тәҡдим индерҙе.
Дауалау һөнәрен һайлаған йәш егет һәм ҡыҙҙар был аралашыуҙан һуң бер аҙ үҙгәреп киткәндәй тойолдо. Көндәлек уҡыу барышын өҙөп, етди мәсьәләләр күтәргән әңгәмә шундай тәьҫораттар ҡалдырырға тейештер ҙә. Иң мөһиме, уҡыуға сумған студенттар, ҡасан да булһа эш башларға кәрәклеген онотмаһындар һәм Стәрлетамаҡты һайлаһындар ине.