Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2019, 13:27

Ҡала урамдарынан электробус елдерер

Стәрлетамаҡта троллейбус идаралығы хеҙмәткәрҙәренә электробус күрһәттеләр.

Улар «Тролза» компанияһы электробусының яңы моделен һынап ҡараны. Әлеге модел-дең өҫтөнлөгө шунда: ул ҡала буйлап штанг ҡулланмайынса ла йөрөй ала. Был ҡалабыҙ-ҙың контакт селтәре булмаған райондарын да маршрут троллейбустары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо айҡанлы ҡала халҡы экологик йәһәттән хәүефһеҙ транспортта йөрөйәсәк. Шулай уҡ электробус юл-транспорт мажараларын, юл тығынын урап үтәсәк. Шул рәүешле туҡталыштарҙа транспорт көтөүҙе лә кәметәсәк һәм электротранспорт хәрәкәте графигында ла ыңғай сағылыш табасаҡ.
Әлеге моделдең отошло яғы ла етерлек: киң һәм яҡты салон, талғын ҡуҙғалып китеү, пассажирҙар хәүефһеҙлегенең юғары кимәле заманса хәүефһеҙлек системаһы һәм салонда урынлаштырылған 9 видеокүҙәтеү камералары иҫәбенә ирешелә. Бында заманса йылытыу систе-маһы, кондиционер һәм тауыш ҡайтарғыс ҡуйылған, хатта транспортта китеп бар-ғанда мобиль телефондарға көс йыйыу мөмкинлеге лә бар. Ҡала урамдары буйлап электробус елдереренә лә күп ҡалмағандыр, моғайын.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: