Республиканың төп робоҡалаһы – Мәскәүҙә «РобоФест» фестивале финалында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан робот техниктарын һайлауҙа йыл һайын ҙур майҙан тотҡан Стәрлетамаҡты шулай тип атарға була.
Фестиваль уңайынан университет майҙандары-на республиканың меңдән ашыу йәш робот техниктары һәм уларҙың остаздары, эксперттар, эшҡыуарҙар һәм ҡунаҡтар йыйылды. Улар робот-манипулятор, лабиринт эҙләүсе, робот-ҡотҡарыусы, аҡыллы тирмә, эко-йыйынтыҡ һәм башҡа бик күп шәп проекттар менән танышып сыҡты. Республиканың 34 район-ҡалаһынан һәм Силәбенән килгән 430 уҡыусы Башҡортостандың иң шәп робот технигы исемен яулау өсөн һынау тотто.
Фестиваль фәнни-техник ижадты популяр-лаштырыу, балалар һәм йәштәр араһында инженерлыҡ һөнәрҙәренең абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелә. Фестиваль барышында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, БР мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы Альберт Йәримов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальский һәм шулай уҡ республиканың көньяғындағы иң эре сәнәғәт предприятиеларынан вәкилдәр ҡатнашты. Фестивалдә түңәрәк өҫтәл артында балаларға аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс проекттар өҫтөндә эшләү тураһында һүҙ алып барылды. Яңы алдынғы йүнәлештең уникаллеген раҫлау өсөн ҡунаҡтарға республикалағы беренсе өр-яңы виртуаль һәм тулыландырылған реаллек лабораторияһын күрһәттеләр. Бында уҡыу кластары техниканың иң заманса йыһаздары менән тәьмин ителгән. Һәр эш урыны махсус программалы, ҡеүәтле компьютер менән йыһазландырылған. Әле унда 22 бакалавр – буласаҡ гейм-дизайнерҙар, виртуаль донъяның архитекторҙары һәм программистар уҡый.
Сара барышында «Виртуаль һәм тулыланды-рылған реаллекте программалау һәм дизайн» белем биреү программаһы етәксеһе Руслан Кәримов студенттар эшләгән проекттар менән таныштырҙы.
Виртуаль ысынбарлыҡ форматындағы башҡорт балын йыйыусы ҡорттар һәм Стәрлетамаҡ тарихсы-ларының табышы уйын проекттары бик ҡыҙыҡлы ине.
Һуңғы асышты мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин виртуаль күҙлектән ҡарап, уҡытыуҙа бындай формаларҙы мотлаҡ ҡулланырға кәрәк, сөнки ул белем алыу процесын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итергә һәләтле, тип билдәләне.