Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль 2019, 13:14

«Етегән» етеп килә

Билдәле булыуынса, 1 мартта – яҙҙың тәүге көнөндә ҡалабыҙҙа «Етегән» мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы ойошторола. Байрамды ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт йәштәре ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлеге етәксеһе Эльвира ӘСФӘНДИӘРОВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– «Етегән» байрамы беренсе тапҡыр 2016 йылда ҡала кимәлендә, ә 2017 йылдан алып республика кимәлендә үткәрелә башланы. Байрамды башлап ебәреүсе, уйлап та-быусы, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ине. Быйыл иһә ойоштороусыларҙың береһе булып Башҡорт йәштәре ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлеге тора. Был бүлек күптән барлыҡҡа килдеме һәм ойош-маның маҡсаты нимәлә?
– Беҙҙең барлыҡҡа килеүгә 3 ай ғына үтте. Ул башҡорт йәштәре инициативаһы менән барлыҡҡа килде. Маҡсатыбыҙ башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, йәш быуында Тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо уятыу, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү.
– Һеҙ ниндәй йүнәлештәрҙә эш алып барасаҡһығыҙ?
– Әле беҙҙә биш йүнәлештә: спорт һәм сәйәсәт, мәҙәниәт һәм мәғариф, публицистика һәм журналистика, ойоштороу, социаль мәсьәләләр буйынса секциялар эшләйәсәк. Ошо биш секцияның етәкселәре лә һайланды. «Йәштәр – Башҡортостандың киләсәге» девизы беҙҙе берләштерә.
– «Етегән» байрамына ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Үткән йылдағыларҙан быйылғыһы нимә менән айы-рылып торасаҡ?
– Быйылғы байрамда, үткән-дәренән айырмалы булараҡ, ете номинация буласаҡ.
– Ҡатнашыу өсөн заяв-каларҙы ҡайҙа ебәрергә?
– Электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә кәрәк.
– Был байрамды еренә еткереп атҡарып сығыу өсөн бағымсылар табырға ла кәрәк бит әле.
– Был йәһәттән эш күптән яйға һалынған. Өфөнән Дуҫлыҡ йорто, Халыҡтар ассамблеяһы, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге йыл һайын бү-ләкләүҙе үҙ өҫтөнә ала.
– Йылдан-йыл байрам мәртәбәлерәк үтә…
– Ысынлап та шулай, форсаттан сығып барығыҙҙы ла әүҙем булырға, ҡатнашырға саҡырам.
– Уй-ниәттәрегеҙ бойомға ашһын!
Р. ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: