Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2019, 14:16

Боҙбармаҡтар хәүеф янай

Көндәр яҙға ауышыу менән һауа шарттары киреләнә лә башланы. Хатта шул сәбәпле ҡалала зыян күреүселәр ҙә бар.

Үткән аҙнала Кочетов ура-мындағы 24Е йорто ихатаһында бер машина өҫтөнә ҡыйыҡ башынан ҡар ҡатыш боҙ төшкән. Ярай әле, бәхеткә күрә, уның эргәһендә кешеләр булмаған. Күҙ асып, күҙ йом-ғансы бәләгә тарыуың да бар.
Шуның өсөн һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: көндәр ҡапыл йылыныуға бәйле, ҡыйыҡтарҙан ҡар, боҙбармаҡтар төшөү ҡур-ҡынысы артты.
Әгәр ҙә үҙегеҙ йәшәгән йорттоң ҡыйыҡ башынан ҡар йәки боҙ төшөү хәүефе янаһа, кисекмәҫтән 21-96-66 телефонына шылтыратығыҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: