Бында хәҙер процедуралар үткәреү өсөн айырым кабиналар менән физиотерапия, медицина күҙәтеүе үтеү өсөн профилактика бүлексәләре, терапия һәм неврология профиле буйынса көндөҙгө стационар урынлашҡан. Пациенттар һәм персоналдар бүлмәләре заманса үҙгәртелгән, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Тан-танала медицина хеҙмәткәрҙәре бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. Хәҙер уларға халыҡты дауалау күпкә еңелләшәсәк.