Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2019, 14:21

Һалдаттарҙан ҡайнар сәләм!

Сираттағы көҙгө саҡырылыш мәшәҡәттәре артта, әле ватанды һаҡлаусыларҙың хеҙмәтендә – иң ҡыҙыу мәлдәр. Әрме сафына яңы килгәндәр яңы һөнәрҙәр менән танышһа, “бабай” булғандар иркен һулап, өйгә алып ҡайтасаҡ хәрби билеттарҙы көтә. Яҡташтарыбыҙҙан был турала редакциябыҙға һалдат хаттары ла килеп төштө, егеттәребеҙ илдең төрлө урындарында парашюттан да һикерә, танкта ла йөрөй, автоматтан да ата.


23 февраль студент була алмағандарҙың көнө тиҙәр, әммә Данил АҠСУЛПАНОВҡа был һүҙҙәр тап килмәй. Егет Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла 9-сы класты бөткәс, урындағы төҙөүселәр колледжында һөнәрен “ҡыҙыл” дипломға үҙләштерә һәм үҙ теләге менән әрмегә бара.


«Сәләм, стәрлетамаҡтар! Хеҙмәткә алынғанға өс ай ҙа булып китте, туғандарымды, ҡаламды ныҡ итеп һағындым. Тәүге көндән үк отделение командиры итеп ҡуйҙылар, шуға ла тәртип булдырыу менән ваҡыт тиҙ үтеп китә. Хеҙмәттәштәр араһында яҡташтарыбыҙ юҡ, хеҙмәт иткән урыным да ябай түгел. Автоматтан атырға йөрөйбөҙ, нарядта торабыҙ. Әлеге мәлдә хәрби машина йөрөтәм, уның буйынса имтихандар тапшырырға кәрәк. Бик күп дуҫтар таптым, бирешкән юҡ, һеҙ ҙә имен-һау тороғоҙ», - тип яҙа үҙ хатында Силәбе өлкәһендә хеҙмәт итеүсе Данил.

Данилдың кәйефе күтәренке, шулай булмай, Стәрлетамаҡта көтөп торған Лилиәһе булғанда, яҙҙар ҙа, өйгә ҡайтасаҡ мәлдәр ҙә тиҙ килеп етер.

Әрмелә ғәскәрҙәр күп, шул иҫәптән күптән түгел булдырылғандары ла бар. Хат яҙыусыларҙың береһе Радик УСМАНОВ тап шундай яңы элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.


«Владимир ҡалаһынан ҡайнар сәләмдәремде еткерәм! Барыһын да байрамдар менән ҡотлайым! Стәрлетамаҡ урынындамы? 7 декабрҙән алып ваҡыт күп тә үтмәне инде, шулай ҙа әрмелә башҡасараҡ, минең өсөн үҙгәрештәр күп. Һайлап алыу пунктына барған егеттәребеҙҙең бөтәһен дә Хабаровскиға алып киттеләр, ә мине ҡалдырҙылар. Баҡтиһәң, мине башҡасараҡ хеҙмәт көткән булған, йыһан ғәскәрҙәренә алдылар. Шулай итеп, элиталы ғәскәр һалдаты булып киттем. Ҡағиҙәләр ҡаты, аҙнаһына бер тапҡыр ғына телефон аша һөйләшергә рөхсәт итәләр, иртән 5:45-тә уянғас, сығып йүгереп киләбеҙ, зарядка яһайбыҙ, иртәнге аш, күнекмәләр, төшкө аш, стройҙа йөрөү, компьютер артында өйрәнеүҙәр менән көн үтеп тә китә. Һаулығы ныҡ булһа, һәр ир-егет тә хеҙмәт итергә тейеш тип уйлайым, башҡа егеттәр ҙә ҡурҡмаһындар, барыһы ла яҡшы буласаҡ», – тип сәләмдәр күндерә Радик та.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында юридик факультет тамамлаған егет, хеҙмәттән һуң артабан һоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыяллана. Егеттәрҙең хыялдары тормошҡа ашһын.

Ысынлап та, беҙҙең егеттәр ҡайҙа ғына бармай, бар ерҙә лә үҙ урынын таба. Хеҙмәттәрен уңышлы тамамлап ҡайтыуҙарын теләп ҡалайыҡ уларға.


Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: