Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2019, 12:49

Заводтың исеме үҙгәрһә лә, оҫтаның эше ҡала

Фәнис ҒӘҘЕЛШИН “Химремонт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә контроль-үлсәү приборҙары буйынса өлкән мастер булып эшләй.


1985 йылда Стәрлетамаҡтың 54-се һөнәрселек училищеһында әлеге өлкәлә слесарь һөнәренә уҡып сыҡҡас, ул “СК” заводына эшкә инә. Ул эшләгән йылдарҙа был заводтың исеме нисә тапҡыр алмашынды икән! Башта “Синтез-Каучук”, унан “СНХЗ”, асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тип тә үҙгәртәләр элекке “СК” (“Синтетик Каучук”) заводының исемен...

Заводтың исеме үҙгәреп торһа ла, Фәнис Әсҡәт улы башын баҫып, һаман шул бер урында хеҙмәт итеүен дауам итә. Эше тураһында яҡынданыраҡ таныштырыуын һорағас: “Эшемде яратам”, – тип кенә яуапланы ул ихлас йылмайып. Шулай булмаһа, 33 йыл бер урында эшләр инеме ни инде! Эйе, завод күптән инде уның өсөн икенсе тыуған йортона әйләнгән. Әлбиттә, уның хеҙмәте бихисап маҡтау грамоталары менән баһаланған. Фәнис Әсҡәт улының ҡулы аҫтында 15 кеше эшләй. Йылдар буйына ошондай яуаплы эште алып барыуы һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. “Аҙ һөйләр, күп эшләр ир уҙаманы” тиҙәр ундайҙар тураһында.

Ғаилә хәленә килгәндә, ҡатыны Зәлиә менән бик аҡыллы ике ул үҫтергәндәр. Өлкән улдары Илшат атаһының юлын һайлаған. Өфө ави-ация университетын тамамлағас, заводҡа автоматлаштырыу һәм механизациялау инженеры булып эшкә урынлашҡан. Кесеһе Илдар Ишембай нефть колледжында нефтсе һөнәрен үҙләштергән. Әле яңы ғына армиянан хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан. Алмаз исемле ейәндәренә лә хәҙер 3 йәш була.

Уйлап ҡараһаң, иҫәнлектә-һаулыҡта бер урында эшләп йөрөүе – үҙе бер бәхет бит! Бына шундай ябай хеҙмәт кешеләре, күркәм ғаиләләр ҡалабыҙҙың йөҙөн билдәләй, баһаһын күтәрә лә инде.


Роза САФИНА.
Читайте нас: