Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2019, 22:05

Иң бәкәлгә һуҡҡаны

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре Стәр-летамаҡ һымаҡ ҙур ҡала өсөн ябай һорауҙарҙан түгел. Юлдар, ҡыйыҡтар, сүп-сар һәм башҡа күренештәр ҙур иғтибар талап итә. Ҡала советының сираттағы ултырышында ҡайһы бер һорауҙар ҙа нәҡ әлеге өлкәгә арналды. Был ултырышта Башҡортостандың Премьер-министр урынбаҫары, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифа-һын башҡарыусы Михаил Киреев та ҡатнашты.

Үҙҙәренең үткән йылғы эшмәкәрлектәре тураһында-ғы отчет менән ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, ҡала советы рәйесе Андрей Ширяев, ҡаланың контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Лев Сафронов, йәштәр советы рәйесе Рәмил Хәбибуллин сығыш яһаны.
Михаил Киреев иһә үҙенең сығышында ҡалалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә уңыштарҙы барланы һәм етешһеҙлектәргә ишара яһаны:
– Был торлаҡ-коммуналь хужалыҡта башҡарылған эштәргә талаптар ҡаты буласаҡ, – тине ул һәм сығышын:
– Был өлкә яҡшырырына ышанам, – тип тамамланы.
Ултырышта ҡала мэры һәм совет рәйесе хеҙмәт алдынғыларын һәм төрлө уңыштарға ирешеүселәрҙе ихлас тәбрикләп тә үтте. Сарала шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан тыш йәшәйешебеҙгә ҡағы-лышлы башҡа мәсьәләләр әүҙем ҡаралды.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: