Уларҙың ғаилә тарихы Ғәйшә Ғибаҙулла ҡыҙының ауылға эшкә килгән ваҡытынан башланғандыр ул. Егет танышырға теләп: “Фамилияң кем?”– тип һорауына, ул алдап: “Ғүмәрова,”– тип яуаплай. Кем генә белһен инде, был һүҙҙәр Аллаһы Тәғәләнең амин тигән сағына тура килер тип.
Классик романдар героиня-ларына хас нескәлек һәм нәзәкәт-лелек бөрккән Ғәйшә апай һәр саҡ яҙмыш тарафынан иркәләнеп кенә торған кеүек. Тик... Архангел районының Төркмән ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 13 йәшендә генә үкһеҙ етем ҡала. Апаһы менән еҙнәһе уны һәм тағы ла ике ҡус-тыһын ун балалары янына ҡабул итә! Күрше ауылға йөрөп 25 саҡырым араны йөрөп уҡый ул, аҙна һайын ҡара урман юлы аша, ямғырлы көҙ, буранлы ҡыш, ташҡынлы яҙ миҙгелдәрендә юл үтергә тура килә. Йыртҡыс йәнлектәргә лә осрай, буранға ла ҡамала, әммә яҙмыш уны афәттәрҙән һаҡлап ҡала. Туфлиҙарының тиҙ туҙыуынан ҡурҡып, ауылдар араһындағы юлды байтаҡ ваҡыт ялан аяҡ үтә.
Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып бер аҙ эшләп алғас, Стәр-летамаҡ дәүләт педагогия инсти-тутының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Тап шул мәлдә осрата ла инде ул буласаҡ ирен Күсәрбай мәктәбенә эшкә килгәс.
– Өйләнешкәндә 18 йәшлек кенә егет ине, мин әҙ генә өлкәнерәкмен. Ҡайным менән ҡәйнәм шул тиклем һәйбәт кешеләр булды, аҡыллы кеше ине ҡәйнәм, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, – тип хәтер ебен һүтә хужабикә.
Ғәйшә апай менән Венер ағай ауылдағы барлыҡ мәҙәни сара-ларҙың биҙәге булып, йыр-бейеүҙәр менән ҡатнашып йөрөй, ә бер көндө ғаилә башлығын мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Күңелле бер мәл итеп иҫкә ала унда эшләгән йылдарын йор һүҙле Венер ағай:
– Атайымдың уйнауына ҡарап, 4-се класта уҡ гармунда көй сығарырға өйрәнгәйнем инде. Бала саҡ йәштәрҙе бейетеп үтте, ғаилә ҡорғас та концерттарҙан ҡайтып инмәнем. Көндөҙ, кәләш эштә саҡта мин донъя көтәм, ул ҡайтһа, кискә мин сығып китәм. Көнләшеү кеүек алама ғәҙәт булманы арала!
Ғүмәровтарҙың балалары ла уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур донъя көтә. Оло улдары һуңғы йылдарҙа Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Оло ҡыҙҙары Эльвира Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылында фельдшер булып эшләй. Земфиралары һөнәре буйынса уҡытыусы, ә кесе улдары Юнир сәнғәт юлын һайлаған. Хәҙер инде Ғәйшә апай менән Венер ағай ете ейән-ейәнсәргә, өс бүлә-бүләсәгә өләсәй, олатай булыу бәхетен татыған. Байрамдарҙа атай йортона йыйылып, ғаилә оло бер табын ҡора, ишек алды йырлы-бейеүле һабантуй майҙанына әүерелә.
54 йылдың әсе һалҡындары ке-үек ауырлыҡтарҙы ла, йәйҙәй йәмле һөйөнөстәрҙе лә бергә үткәргән, хәҙер инде ҡартлыҡ бәхетен парлы-парлы булып татыған был мөхәбәтле ғаиләнең тормошона һоҡланмайынса ҡарап булмай. “Йәш ваҡыттар үтер әле, ҡартлыҡ бәхеттәрен насип ит,” – тип йырҙа йырланғанса, йәшлек һынауҙарын лайыҡлы үтеп, оло йәштә ғүмер матурлығына һоҡланып йәшәү – бәхет бит ул!