Әлбиттә, система саҡ эшләй башланы, шуға ҡытыршылыҡтар әлегә булыр. Һәр хәлдә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эштәр алып барыла. Ошоға бәйле «Берҙәм Рәсәй» партияһы ялыуҙарҙы ҡабул итеү буйынса «Таҙа ил» проекты сиктәрендә халыҡтан «икеләтә түләтеү»гә бәйле мө-рәжәғәттәрҙе йыйыу буйынса интерактив сервис асҡан. Партия проекттары сайтында «Ҡалдыҡтар өсөн икеләтә түләү тураһында хәбәр ит» һылтанмаһы аша 2018 йылда коммуналь хеҙмәттәр өсөн ниндәй түләүҙәр булған, 2019 йылда ул нисек үҙгәргәнлеге тураһында мәғлүмәт менән анкета тултырырға һәм ошо түләү документтарын фотоға төшөрөп ебәрергә мөмкин.
Әлеге теманы Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров айырым контролдә тота һәм уға килгән ялыуҙарҙы “Инцидент” система-һы асыҡлап бара. Үлгән кешеләрҙән ҡаты сүп-сар өсөн “түләтеүҙәре” тураһында ла республика етәксеһе үҙ фекерен белдерҙе.
Түләү суммаларын ҡайтанан иҫәпләп сығарыу өсөн төбәк операторҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Стәрлетамаҡты «Эко-Сити» операторы хеҙмәтләндерә. Операторҙың телефоны: 8-800-700-49-00, сайты: roecocity.ru