Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2019, 22:13

Ҡурай моңон тыңлап үҫкәнгә!..

Мәғрур тау-урманлы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында барлыҡҡа килгән күркәм ғаиләлә тыуып үҫеүҙәре лә йоғонто яһағандыр апалы-һеңлеле Элена менән Алинаның рухлы булмышына. Өләсәләре Мәймүнә Муллагилде ҡыҙы тәрбиәһендә бәләкәйҙән әкиәт-риүәйәттәр тыңлап үҫкән ҡыҙҙар ҡала шарттарында ла илһөйәр, телһөйәр булып, алдынғы ҡараштары менән үҙ тиҫтерҙәренән ныҡлы айырылып тора.

Ата-әсәһенең мөхәббәтле тормошо миҫалында үҫкәнгә, үҙ киләсәктәрен дә бәхетле төҫтәрҙә күҙ алдына килтерәләр һәм һис яңылышмайҙар. Элена Сәфәр ҡыҙына мулла Илинә тип исем ҡушҡан булған. Уның был исеме есеменә тап килә. Ул ҡалабыҙҙың 21-се мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында белем ала һәм алты йыл ошо уҡ уҡыу йортоноң сит телдәр кафедраһында инглиз телен уҡыта, шул уҡ ваҡытта урындағы ҡоролтайҙың йәштәр бүлегендә ла әүҙем эшләй. «Айыҡ Рәсәй» партияһы сафтарына инеп, үҙе уҡытҡан студенттарҙы ла милләттең айныҡ вәкилдәре булыуға йәлеп итә. Тик йәшлек дәрте ташып торған ҡыҙ бер мәл эшен, ҡаланы ҡалдырып, Санкт-Петербургҡа китә һәм бөтөнләй икенсе һөнәр буйынса, диспетчер-оператор булып эшләй һәм унда ла ҙур уңыштарға ирешә. Үҙе менән бергә йәшәгән һәм эшләгән ҡыҙҙарға, сит ил вәкилдәренә башҡорт телен өйрәтә. Стәрлетамаҡҡа машинаһын һатыу ниәте менән генә ҡайтҡан Элена буласаҡ тормош иптәше Марат Вәлиевты осратып, 2017 йылдың 18 февралендә мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереп ҡуялар, гөрләтеп туй үткәрәләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: тап бер йыл уҙғас, 2018 йылдың 18 февралендә игеҙәктәре Аиша менән Алан донъяға килә.
Әлбиттә, ҡалала үҫкән бер нисә быуындың туған телен бөтөнләй белмәй үҫеүе бер кемгә лә сер түгел. Ҡала мәктәптәрендә аҙнаһына ни бары бер сәғәт уҡытыуға ҡалған башҡорт теленең яҙмышы ла уйҙарға һалған осорҙа йәшәгәнлектән, Элена менән Алина һымаҡ саф башҡортса һөйләшкән ҡыҙҙарҙың ата-әсәһенә рәхмәт әйтергә генә ҡала. Уларҙың әсәһе Гөлфирә Мөхәрләм ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Аталары Сәфәр Ислам улы Ғафаров өс ҡыҙ, алты малай булған ишле ғаиләлә үҫә. Атаһы фронтовик була. Ғаиләләге алты малайҙың бишәүһе олаталарынан ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Сәфәр Ислам улы ауылда йәшәгәндә клуб мөдире булып эшләй. Ситтән тороп, Стәрлетамаҡта ул саҡтағы культура ағар-тыу училищеһын тамамлай. Ҡалаға күсеп килгәс тә ҡу-райын ташламай, ҡыҙҙарын ҡурай моңона ҡойондороп ҡына үҫтерә, әле ул, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, вагон ремонтлау заводында эшләп йөрөй. Әйткәндәй, Эленаның һеңлеһе стюардесса Алина хаҡында беҙҙең баҫмала мәҡәлә донъя күргәйне инде. Ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше менән дә фәҡәт «һауала» таныша. Әле улар ҙа бер малай, бер ҡыҙ үҫтерә. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә сит илдәрҙә сәйәхәт итергә, гөлдәр үҫтерергә ярата. Төп ғаиләлә булдырылған тәрбиә, башҡорт мөхите быуын-дан-быуынға күсә. Ейән-ейәнсәрҙәрҙә дауам итә. Өлгөлө ғаиләләрҙән йәштәргә үрнәк булырҙай яңы ғаиләләр барлыҡҡа килә. Моңло, мөхәббәтле ғаиләлә тыуып үҫкән балалар иманлы, белемле, маҡсатлы була. Ғаилә именлеген һаҡлауҙа, күңелдәрҙә бөтөнлөк булдырыуҙа күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығына, йор аҡылына бәйле. Элена менән Алина тап шундайҙарҙан. Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡоя, тиҙәр. Килешмәй булмай!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: