Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2019, 12:26

Мессинг – Стәрлетамаҡта

Был кешенең исеме мифтар, легендалар һәм низағтар менән сорналған. Уның тураһында фекерҙәр ҡапма-ҡаршылыҡлы: хатта етәкселәр ҙә бөйөк телепат һәм күрәҙәсенең әүлиәлеген таный, шул уҡ ваҡытта хикмәтле фокустар күрһәтеп, кешенең уйын һәм киләсәген алдан күрә белгән кешене аферислыҡта ғәйепләүселәр ҙә була.

Ул үткән быуаттың алтмышынсы-ет-мешенсе йылдарында Стәрлетамаҡта ла бер нисә тапҡыр булып китә. Иғтиба-рығыҙға уның ошо сеанстарына шаһит булғандарҙың фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Геннадий Поляков Вольф Мессинг менән “Наука и религия” журналы аша таныш була. Шуға күрә уның сығышын ҡарарға тип билет һатып алғанда уҡ задание әҙерләп ҡуйған.
– Башта алып барыусы уның тура-һында һөйләне, шунан ул тәжрибәләр үткәрә башланы. Күҙ бәйләгән килеш зал буйлап йөрөнө, эргәһендә алып барыусы етәкләп йөрөттө. Мин ҡул күтәргәйнем, алып барыусы уны миңә яҡын килтерҙе. Мин кеҫәмдән студент билетымды сығарҙым да унда нимә яҙылғанын уҡыуын һораным. Ул уҡып бирҙе. Студент билеты икәнен асыҡлап ҡына ҡалманы, хатта унда яҙылған исем-шәрифтәремде һүҙмә-һүҙ әйтеп бирҙе. Тулҡынланып торған ҡуйы сал сәстәре, бер аҙ көмөрәйә төшкән кәүҙәһе иҫтә ҡалған, – тип хәтерләй ул.
Мәүсилә Хәлимова телепатия мөғ-жизәләренә ышана торғандарҙан түгел һәм ҡыҙыҡ өсөн генә ул да артисҡа мәҙәк әҙерләй. Ҡағыҙға Пушкиндың шиғырын яҙып, кеҫәһенә һалып ҡуя ла ҡулын күтәрә. Мессинг уға яҡын килеү менән ҡулын ҡатындың яурынына һалып: “Пушкинды яратаһығыҙмы?” – тип һорай һәм теге ҡағыҙҙы күрмәгән килеш унда яҙылған шиғыр юлдарын уҡый. Ә ҡағыҙ кеҫәлә ята...
Земфира Муллағәлиеваның исеме ул заман, шағирә булыуҙан бигерәк, Тимер юлсылар мәҙәниәт йортонда башҡорт-татар фольклор төркөмө етәксеһе булараҡ яҡшы таныш була. Уға В.Мессингтың сығыштарында булырға тура килмәй, әммә сәхнәнән башҡа осрашып һөйләшеү бәхете тейә. Бер көндө уны мәҙәниәт йорто директоры саҡыртып ала. Барып инһә, уның бүлмәһендә тәҙрә янында шағир Хәсән Туфанға ныҡ оҡшаған өлкән йәштәрҙәге бер ир баҫып тора икән. Ул ир ҡапыл ғына боролоп ҡарай ҙа: “Һеҙ мине кемгәлер оҡшатаһығыҙ? Тимәк, минең игеҙәк һыңарым барҙыр, күрәһең”. В.Мессинг менән ул шулай таныша.
– “Восток” ҡунаҡханаһына бәйле ҡы-ҙыҡлы деталь хәтерҙә ҡалған. Мессинг: “Был ҡунаҡхананың ҡыйығы һүтеп алынасаҡ...” – тине. Ысынлап та, уның ҡыйығын һүтеп, дүртенсе ҡат өҫтәп төҙөп ҡуйҙылар. Ул миңә тағы: “26 һанын иҫеңдә ҡалдыр”, – тине. Күп йылдар үткәс, 1995 йылдың 26 апрелендә мине Яҙыусылар Союзына ағза итеп алдылар. 26-һында Башҡорт академия драма театрында “Ҡурай” тигән әкиәтемдең премьераһы үтте, – тип хәтерләй шағирә.
Сәриә Ҡусҡарова иһә Мессинг Стәрлетамаҡта ике тапҡыр булып китте, тип раҫлай:
– Беҙҙең мәҙәниәт һарайы рәссамы йәшереп ҡуйған бумалаларын табырға ҡушты, – тип хәтерләй элекке парторг. – Вольф Григорьевич бер аҙ уйлап торҙо ла залдан сығып китте. Ә беҙ, ун бишләгән кеше, уның артынан күҙәтеп йөрөйбөҙ. Түбәнге ҡатҡа төшөп, рәссам эшләгән оҫтахананан теге бумалаларҙы табып алып килде...
Ә бына элекке социалистик милек урлаусылар менән көрәшеүсе Николай Рогачев фокус күрһәтеүсенең эшен тикшереүсе комиссия ағзаһы була.
– Беҙ иң ҡыҙыҡлы заданиеларҙы һайлап алдыҡ та, өҫтәлдән айырыл-майынса, запискаларҙы уҡыныҡ, – тип һөйләй ул. – Сәхнәлә көҙгө-фәлән юҡмы икән тип, алдан тикшереп сыҡтыҡ. Фокустың асылы шунда: артист (быны ул “психологик тәжрибә” тип атаны) уй менән һиҙемләп, ошо заданиеларҙы үтәй ине. Уны нисек кенә яңылыштырырға тип хәйлә ҡорорға тырышып ҡараһаҡ та, хәйләбеҙ бер нисек тә килеп сыҡманы.
Аҙаҡ артист кемдәрҙең башы ауырта, шуларҙы сәхнәгә саҡырып сығарҙы һәм ҡулдары менән һыпырып баш ауыртыуҙарын бөтөрҙө.
...Мөғжизәме был, күктән ебәрелгән һәләтме, әллә бөтөнләй алдаҡмы? Һаман да бәхәстәр ҡайнай, әммә өҫтәрәк әйтел-гәндәр барыбер күрәҙәлек тураһында уйландырмай ҡалмай.
Фаяз Йомағужиндың
“Город на дне моря или Загадки старого Стерлитамака” китабы буйынса Р. САФИНА әҙерләне.
Читайте нас: