Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2019, 12:57

Бәхет сере нимәлә?

Эш буйынса яҙын, көҙөн, ҡышҡыһын ҡайҙа ғына барһаҡ та беҙгә рәсми сараларға өҫкө кейемдәребеҙҙе сисеп инергә тура килә. Хакимиәттәге гардеробта оҙаҡ йылдар эшләп, беҙҙе һәр саҡ ҡояштай йылмайып ҡаршылаусыларҙың береһе – Розалия Ғәбдрәшит ҡыҙы Ишморатова. Әллә ҡайҙан уҡ бәхете йөҙөнә сыҡҡан һәм ҡиәфәте менән күңелде арбаған ҡатынға һүҙ ҡушмайынса булдыра алманым. Сөнки был тиклем дә тормоштан ҡәнәғәт ҡатын-ҡыҙҙы табыуы бик һирәк бит ул.

Ғафури районының Яугилде ауылында тыуып-үҫкән тиҫтеремдең хеҙмәт «кенәгәһендә» лә бары тик бер генә яҙыу була. «Авангард» заводында аппаратсы булып оҙаҡ йылдар «зарарлы цех»та эшләй ул. Әйтергә кәрәк, эшкә урынлашҡанға тиклем ул ҡалабыҙҙың ул саҡтағы 48-се училищеһын тамамлай. «Шул тиклем стипендия ҙур ине, хатта кешеләрҙең эш хаҡтары беҙҙең стипендиянан кәмерәк була торғайны. Илебеҙгә эшсе ҡулдар ныҡ кәрәк булған ахыры», – тип хәтерләй ул йылдарҙы Розалия Ғәбдрәшит ҡыҙы. Аҙаҡ 2000-се йылдың октябренән алып ҡала хакимиәтенә эшкә күсә. Башта бүлмә асҡыстары өсөн яуап бирә, бер аҙҙан гардеробсы булып китә.
Әйткәндәй, буласаҡ тормош иптәше Бөрйән егете Рауил Ғилметдин улы менән дә «Авангард»та таныша улар. Донъя көткәндә фәҡәт ошо заводтан бушлай фатир ҙа биргәндәр үҙҙәренә. Баһадирҙай өс ул үҫтергәндәр. Барыһын да уҡытып, башлы-күҙле иткәндәр. Өлкән улдары Раил Ишем-бай нефть техникумын тамамлап, Себерҙә эшләп йөрөй, өйләнгән, ул үҫтерә. Икенсе улдары Рөстәм Аграр университетын тамамлаған, төпсөк малайҙары Радмир юрист һөнәрен үҙләштергән, әле ул Стәрлетамаҡ эске эштәр идаралығының патруль-пост хеҙмәтенә эшкә урынлашҡан.
Розалияның һәр саҡ көләс йөҙлө бу-лыуының серенә лә төшөндөм, буғай. Ҡатын иренән дә, балаларынан да уңған бит! Атай йортон да һыуытмаған ул. Ата-әсәһе иҫән булмаһалар ҙа Стәрлетамаҡта йәшәүсе апаһы менән тыуған ауылдарына йыш ҡайтып, өй усағын һүндермәйенсә һәр саҡ йылытып торалар икән. Йөҙҙәренән бәхетле йылмайыуҙары китмәгән Розалия Ишморатова һымаҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күберәк булһын ине донъяла.
Римма ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: