Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2019, 12:51

Донъяны бар матурлығында күрә Тамара

Ҡалабыҙҙа «Стерлитамакский рабочий» гәзите фотохәбәрсеһе Тамара АНДРЕЕВАны төрлө саралар аша күптәр белә. Ошо көндәрҙә уның матур ғүмер байрамы, шатлыҡ игеҙ килә тигәндәй, ижади эшмәкәрлегенә – 35, Рәсәй Рәссамдар союзына ҡабул ителеүенә 25 йыл тулған.

Тамараның нәҫел ебе Волга буйы немецтарына барып тоташа икән. Екатерина II заманында уҡ улар Себергә ебәрелгән булған. Һуғыштан һуң өләсәй-олатайҙары Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһына килеп төпләнә.
Ә ижадына килгәндә, уға фотоға төшөрөү һәләте мәктәптә уҡыған сағында уҡ һалына, был һөнәр серҙәренә атаһы өйрәтә. Мәктәпте тамамлағас, фотосалонда ла эшләп ала һәләтле ҡыҙ. Аҙаҡ Омск ҡалаһындағы Технология техникумында фотография производствоһы бүлегендә уҡый. Стәр-летамаҡҡа күсеп килгәс, ижади офоғо тағы ла киңерәк асыла уның. Үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай. «Башфотонур»ҙа ла эшләй, Технология техникумында уҡытыусы булып эшләгәндә студенттарҙы фотоға төшөрөү, фотоһүрәттәр эшләү серҙәренә төшөндөрә.
Ҡала гәзите редакцияһына эшкә урын-лашҡанға тиклем урындағы «Экран» теле-видениеһында оператор булып та эшләп ала. Ҡала халҡы Тамараның фотокүргәҙмәһе менән ҡалабыҙҙың Картиналар галереяһында яҡындан таныша ала, ҡалабыҙҙың юбилейына бағышлап сығарған китапта ла уның байтаҡ фотолары урын тапты. Ә инде халыҡ-ара конкурстарға килгәндә, Рязань ҡалаһында үт-кән «Ҡатындар фотоға төшөрә» фестивалендә ҡатнашҡандан һуң уны тағы ла 3 тапҡыр ошо мәртәбәле конкурсҡа саҡыралар.
2006 йылда Себерҙә үткәрелгән халыҡ-ара конкурста көмөш миҙалға лайыҡ була. Ә Рязань ҡалаһында үткән «Ярҙар» конкурсында алтын миҙал яулай. Ике йылға бер үткәрелгән халыҡ-ара «Волжская биеннале» конкурсында 2-се урын алһа, ә бына Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән «Рәсәй халыҡтарының милли байрамдары» проектында 1-се урын, «Татар халҡының этнографик мозаикаһы» конкур-сында 2-се урынға ирешә. Бынан тыш Тамара Болгарияла, Ҡытайҙа, Германияла үткәрелгән фотокүргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Әле ул «Рәсәйҙең милли байрамдары» проекты сиктәрендә Өфөлә үтәсәк «Бөтә донъя фольклориадаһы»нда ҡатнашырға йыйына. Әйткәндәй, бар булмышы менән донъя киңлектәрендә сәйәхәт итергә ярата ул. Үткән йылғы отпускыһында әхирәте менән Алтай тауҙарына һыбай сәйәхәт ҡылып хайран иткәйне.
«Бар хыялымды тормошҡа ашырыуҙа тормош иптәшем ҙур таяныс-терәк булып тора», – ти Та-мара. Әйткәндәй, Тамараның улы әсәһе юлынан киткән профессиональ фотограф. Ә Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы өләсәһе юлынан киткән, бух-галтер һөнәрен үҙ иткән. Тамара Викторовна иһә өләсәй булырға ла өлгөргән. Донъяны бары тик яҡты төҫтәрҙә генә күргән коллегабыҙға артабан да ҡояшлы көндәр, күңел бөтөнлөгө юлдаш булһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: