– Фәүриә Әхтәм ҡыҙы, белеүе-беҙсә, элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына тыйнаҡлыҡ, сымырылыҡ, самимилыҡ хас булған. Ниндәй генә хәлдәргә тарымаһын, ул ауырлыҡтар алдында ҡойолоп төшмәгән, ғорур, тәүәккәл, ҡыйыу йөрәкле булып ҡалған. Башҡорт әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ образы нисек һүрәтләнә – ошо турала ентекләберәк аңлатығыҙ әле?
– Ҡатын-ҡыҙ тормоштағы һәр нәмә-нән йәм һәм тәм табып йәшәргә ынтыла, унда иң беренсе Әсәлек тойғоһо көслө. Аҙаҡҡы һулышына тиклем ул көслө рухлы булып, идеяларына тоғро ҡалған. Совет осорона тиклемге, совет һәм хәҙерге әҙәбиәттә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ошо һыҙаттар хас. Быға М.Ғафури, Д.Юлтый, Һ.Дәүләтшина, З.Биишева, М.Кәрим, Р.Камал, Т.Ғиниәтуллин, Г.Яҡупова, Т.Ғарипова, Н.Игеҙйәнова, Г.Ғиззәтуллина, Ф.Аҡбулатова һ.б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәре асыҡ миҫал булып тора.
– Был сифаттарҙы конкрет герой-ҙар аша яҙыусыларыбыҙ нисегерәк һүрәтләй?
– Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында Ҡотлояр байҙың ҡатындарын алайыҡ, мәҫәлән. Көндәштәрҙең һәр береһе байлыҡта, муллыҡта йәшәһә лә, шул замандың ҡанундарына буйһоноп көн итә. Уларҙың һәр береһенең – үҙ бурысы, үҙ яҙмышы. Яҙыусы уларҙың эске кисерештәрен һүрәтләй.
Төп геройҙарҙың береһе Гөлйөҙөм образында башҡорт ҡатындарына хас бул-ған тәбиғилек, сафлыҡ һүрәтләнә. Шул рәүешле, тышҡы һәм эске матурлыҡтың гармонияла булыуы, тап килеүе тойомлана.
– Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙары менән элекке заман ҡатындары араһында айырма бармы? Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә ул нисек сағыла?
– Хәҙерге заманда ла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына сыҙамлылыҡ, биреш-мәүсәнлек сифаттары хас. Ҡатын-ҡыҙ образында элек тә, хәҙер ҙә иҫ китмәле сыҙамлылыҡ, эске матурлыҡ, рухи көс, йәшәүгә ынтылыш ярылып ята. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ образын бар булмышында һүрәтләүсе яҙыусыларҙың береһе – Гөлсирә Ғиззәтуллина. Уның һәр әҫәрендә – хикәйә, повесть, романдарында заман ҡатын-ҡыҙы образы оҫта кәүҙәләндерелә.
Нажиә Игеҙйәнованың ижады – тормошсан. Әҙибәнең әҫәрҙәре мәктәп дәреслектәренә индерелде. Сөнки улар рухи, әхлаҡи тәрбиә биреү өсөн әһәмиәтле. Мәҫәлән, “Өйөрөлмәк” әҫәрен алайыҡ. Нурания образында ҡатмарлы яҙмыш һүрәтләнә. Ләкин көслө ҡатын тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, дүрт балаһын да аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығара. Олоғайғас, ул бер балаһына ла кәрәк булмай. Бында бөгөнгө йәмғиәттең ҙур бер проблемаһы сағыла. Хәҙерге заманда балаларының ҡартайған ата-әсәләрен ҡарауһыҙ ҡалдырған осраҡтар йышайҙы. Нурания ҡарсыҡ шул тиклем көслө, ул хатта үлемдән дә ҡурҡмай. Балалары өйөн, мал-тыуарын һатып, үҙен ҡарттар йортона тапшырырға уйлай. Ләкин әбей үлемде һайлай – өйөрөлмәккә үҙен ҡорбан итә. Ә бит йәш сағында ошо күлдәге сөгөрмәгә эләгеп, әжәлдән саҡ ҡотолоп ҡалғайны... Был трагик күренеште, ғибрәтле хәлде хәҙерге заман йәштәре әҙәби әҫәр аша күреп, фәһем алырға тейеш.
Ринат Камал да – ҡатын-ҡыҙ психо-логияһын тәрән аңлаған, ҡатын-ҡыҙ образын оҫта һүрәтләүсе яҙыусыларҙың береһе. Уның “Әлфирә”, “Таня-Таңһылыу” романындарында ҡатын-ҡыҙҙың әсе яҙмышы һүрәтләнә.
Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында Барсынбикә-Фәүзиә, Мос-тай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында Оло инәй образдарында көслө характерҙар сағыла.
– Ошо әҙәби әҫәрҙәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте нимәлә?
– Был әҫәрҙәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Үрҙә әйтелгән әҫәрҙәр миҫа-лында коллегаларым менән буласаҡ уҡы-тыусыларға белем һәм тәрбиә бирәбеҙ, әҙәбиәт серҙәренә төшөндөрәбеҙ. Әгәр әҙәби әҫәрҙәге ҡатын-ҡыҙ образын хәҙерге ысынбарлыҡтағы ҡатын-ҡыҙ сифаттары менән сағыштырһаҡ, хәҙерге тормошта ла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ошо һыҙаттар хас.
Дөйөмләштереп әйткәндә, үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре әсәй-өләсәйҙәрҙән килгән традицияларҙы үҙ итеп, рухи донъябыҙҙы, шул иҫәптән, әҙәбиәтебеҙҙе, ундағы сағыу образдарҙы өйрәнеп йәшәһә, шул традицияларҙы үҫтерһә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күп күркәм сифаттар һаҡланасаҡ.
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.