– Мин үҙем дә тарих факультетын тамамланым. Шуға ла Юлия Збицкая һайлаған юл миңә ят түгел. Ҡала шөһрәтен мәртәбәле конкурста танытҡан ҡыҙҙы һәм уның ғилми етәкселәрен фәнни-тикшереү эштәре өсөн ҡотлайбыҙ һәм уларға Ватаныбыҙҙың тарихи үткәнен тергеҙергә, аңларға ярҙам иткән материалдарға һәм архив документтарына таянып, тарих мәктәбе традицияларын дауам итеү эшмәкәрлектәрендә артабан да уңыштар теләйбеҙ, – тине еңеүсене ҡотлап ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Рөстәм Мөшәрәпов.
Юлия Збицкаяның был тәүге еңеүе түгел икән, ул фәнни-тикшереү конференцияһында «Йәш архивсы» конкурсында 2017 йылда ла «Стәрлетамаҡтың баҙар майҙаны» тигән эше менән ҡатнашҡан булған.
– Тарихсының эшен архив документтарын өйрәнмәүҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙ бер нисә тапҡыр Өфөгә, Башҡортостандың милли архивына барып, шулай уҡ Стәрлетамаҡ архивында материалдар тупланыҡ. Әле лә тикшереү эшен дауам итеп, сауҙагәр Симоновтарҙың вариҫтарын эҙләйбеҙ, - тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты йәш архивсы Юлия Збицкая.
– 2019 йылда беҙ Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү бик мөһим, сөнки ҡалабыҙҙың йомаҡтары ла, серҙәре лә етерлек әле, – тип әңгәмәбеҙгә ҡушылды уның уҡытыусыһы Галина Шургаева. – Шуларҙың береһе – Симоновтарҙың тирмәне. Беҙ был йәһәттән эште 2017 йылда уҡ башлағайныҡ инде, оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һәм архив материалдарын, фотодокументтарҙы өйрәнгәндән, Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшкәндән, ҡалалағы йәшәүсе оло быуын вәкилдәре менән һөйләшкәндән һуң, Ашҡаҙар йылғаһының ярында урын-лашҡан ташландыҡ йорттоң ХХ быуат башында Симоновтарҙың тирмәне булыуын асыҡланыҡ. Фәҡәт Башҡортостандың мәҙәни мираҫы объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса, Идаралыҡҡа ошо бинаны тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле булараҡ дәүләт һаҡлаған объекттар иҫәбенә индереүҙе һорап яҙған беҙҙең хат арҡаһында, 2018 йылда Симоновтарҙың тирмәне республиканың мәҙәни мираҫы объекты булып танылды һәм әле ул дәүләт тарафынан һаҡлана, – тип һүҙен тамамланы ул ғорурланып.
Әлбиттә, тарихсыларға, архивсыларға ҡалабыҙҙың беҙгә билдәле булмаған биттәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.