Уның сиктәрендә республика министрлыҡтарының һәм ведомстволарының «ҡыҙыу линияһы» эшләй башланы. Наркотиктарҙы һатыу, һаҡлау урындарын, «притон» тотҡан осраҡтарҙы белһәгеҙ, был хаҡта тәүлек әйләнәһенә эшләп торған ышаныс телефонына 8(347) 279-32-92 хәбәр итә алаһығыҙ.
Сараны ойоштороусылар беҙҙең граж-дандарҙың әүҙем социаль ҡарашына өмөтләнә. Наркомания проблемаһын бергәләп хәл иткәндә генә, һөҙөмтә буласаҡ, – тип билдәләй полиция хеҙмәткәрҙәре.