Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2019, 15:40

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

«Первомайский» биҫтәһендә 19-сы мәктәптең биләмәләр менән эш буйынса бүлек бүлмәһендә мәғлүмәт-консультация көнө үткәрелде.

Осрашыу ваҡытында ҡала халҡы һорауҙарына йәмәғәтселек тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Рөстәм Солтанов, ҡала хакимиәтенең биләмәләр менән эш буйынса бүлек начальнигы Лариса Кәримова, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары Михаил Левкин, ҡулланыу баҙары һәм хеҙмәте бүлегенең баш белгесе Елена Глазкова, 2-се ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Светлана Байкова, «Башжилиндустрия плюс» һәм «БашРТС» компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
Первомайский биҫтәһе халҡын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу, балалар уйын майҙансыҡтарын төҙөү, биҫтәлә кварталдар араһындағы юлға асфальт түшәү, кыш көнө юлдарҙы, тротуарҙарҙы һәм ихаталарҙы таҙартыу, Өфө урамындағы тимере сығып торған кирбес ҡоймаларҙың торошо тураһындағы мәсьәләләр борсоно. Халыҡ шулай уҡ биҫтәлә ҙур магазиндар, балалар өсөн процедура һәм физиотерапия кабинеттары асыу, поликлиниканы ремонтлау, полиция участковойының эшен көсәйтеү, ҡараңғылап ултырған тирәктәрҙе ҡырҡыу, 45-се маршрут автобустарының водителдәре өсөн биобәҙрәф урынлаштырыу мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Һорауҙарҙың күбеһенә яуаптар шунда уҡ бирелде, ҡайһы берҙәре контролгә алынды. Консультация алыу ниәте менән белгестәргә 40-ҡа яҡын кеше мөрәжәғәт итте.
Илһам АБДУЛЛИН.
Читайте нас: