Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2019, 15:41

Хеҙмәте маҡтауға лайыҡ

Хөрмәтле Владимир Иванович!Һеҙгә үҙемдең оло рәхмәтемде белдереп мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең ҡалала бик яҡшы һәм белемле табип – медицина фәндәре кандидаты, хирургия ярҙамы күрһәтеү буйынса баш табип урынбаҫары Ширяев Андрей Анатольевич йәшәй.

Оҙаҡ йылдар буйына, етәксе һәм табип булараҡ, мин уға мөрәжәғәт итәм һәм ул һаулыҡҡа ҡағылышлы теләһә ҡайһы мәсьәләне лә ыңғай хәл итә ала, тип әйтер инем. Андрей Анатольевич изге күңелле, һиҙгер йөрәкле, кеше хәленә инә белгән, үҙ эшенең оҫтаһы булған белгес. Диагноздарҙы дөрөҫ ҡуя белеүе менән дә Андрей Анатольевич һоҡландыра. Уның талантына һәм профессионаллегенә, төплө белемлелегенә иҫең китерлек! Уға барыһы ла ышаныс менән ҡарай.Ундайҙар тураһында ергә Хоҙай ебәргән, тиҙәр.
Ҡалабыҙҙа шундай иң юғары наградаларға лайыҡ белгес йәшәүе һәм эшләүе үҙе бер ғорурлыҡ!
Шәп кеше һәм доктор ул – ШИРЯЕВ. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Уға артабан да бик күптәргә ярҙам итеп, йылмайыу һәм рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп, көн дә кешеләргә ярҙам итеп, оҙаҡ йылдар шулай эшләүен теләйем. Был ҡатмарлы ла, рәхмәтле лә хеҙмәтендә тик уңыштар юлдаш булһын!.
Ҡала етәксеһе булараҡ, уның кешелекле, кеселекле булыуын һәм тырышлығын, йөрәк йылыһын өләшеүен, пациенттарына изге мөнәсәбәттә булыуына рәхмәт белдереүегеҙҙе теләйем. Ундай доктор иң юғары танылыуға лайыҡ. Уның хеҙмәте һәр ваҡыт лайыҡлы баһаланһын һәм ҡәнәғәтлек килтерһен әйҙә!
Ольга Аҡбашева.
Читайте нас: