Һүҙебеҙҙе Гөлфиә Юнысованың шиғыр юлдары менән башларға булдым.
Әсә... Был бәләкәй генә һүҙҙә – күпме матурлыҡ, изгелек, наҙ, һөйөү! Ошо бөйөк һүҙҙе данлап илебеҙҙә 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Беҙҙең 62-се балалар баҡсаһында был байрамды үткәреү ҙур традицияға әйләнде. Беренсе төркөм балалары өсөн дә әсәйҙәргә арналған сараны үткәреү бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Әсәйҙәрҙең наҙҙарынан, иркәләүҙәренән әле генә айыры-лып, балалар баҡсаһына килгән кескәйҙәр байрамды шатланып, тулҡынланып, түҙемһеҙләнеп көтөп алдылар. Әсәйҙәргә арнап шиғыр ятларға тигәс, бәләкәс булыу-ҙарына ҡарамаҫтан, тиҙ арала отоп та килгәндәр. Музыка етәксеһе ярҙамында матур йырҙар, күңелле бейеүҙәр өйрәнделәр.
5 март көнө «Әсәкәйем – күҙ нурым» исемле матур, күңелле байрам утте. Балалар үҙҙәренең әҙерләгән шиғырҙарын һөйләне, йыр-бейеүҙәр күрһәтте, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны. Ҡояш апай менән Әтәстең ҡунаҡҡа килеүе байрамды тағы ла нығыраҡ йәмләп ебәрҙе. Сараны йомғаҡлап балалар үҙҙәренең ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен әсәйҙәренә тапшырҙы. 8 Март байрамы барыһына ла бик оҡшаны, балалар күтәренке күңел менән таралышты.
Ләйсән Мөхәмәтйәнова, 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре