Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 18:52

Күңел яраһына дауа бармы?..

Бала саҡта бер хәсрәтһеҙ, атай-әсәй наҙында ҡойоноп, иркәләнеп үҫәһең дә ул, ә киләсәктә ниндәй ауырлыҡтар көткәнен белмәйбеҙ шул.

Мине 11 йыл буйы көтөп алғанғамы, бик күп матур күлдәктәр, төҫлө-төҫлө таҫмалар, бик күп ҡурсаҡтар тик миндә генә ине.
Ауыл бик бәләкәй генә булыуға ҡара-маҫтан, башланғыс мәктәп, клуб та булды. Мин бик шатланып уҡырға барҙым, 4 ҡыҙ, 6 малай уҡыныҡ. Уҡытыусы беҙҙе йылмайып ҡаршы алып, көләс йөҙ менән оҙата ине, тәнәфестә рәхәтләнеп уйнай торғайныҡ.
Әммә был шатлыҡлы бала саҡ ваҡытлыса ғына булған. Бер ҙә барғым килмәнеминең күрше ауылға уҡырға, етмәһә, интернат, аҙнаһына бер көнгә генәҡайтабыҙ. Беҙ бит әле атай-әсәй ҡанаты аҫтында йәшәгән, ауырлыҡтарға ҡаршы тора алмаған 9-10 йәшлек кенә балалар инек. Ни хәл итәһең, уҡырға барырға тура килде.
Уҡыуҙар башланды, мин дә яйлап булһа ла яңы мөхиткә өйрәнеп киттем.Әлфиә исемле ҡыҙ менән бер партала ултырҙым. Дәрестә нисек кенә яуап бирһә лә уға гел «4» һәм «5» билдәһе ҡуялар ине. Ни өсөн? Ошо һорау мине олоғайғансы оҙатып килде.
Ә интернатта бер урынлыҡ карауатта ике кеше ятаһың. Был, әлбиттә, атай йорто түгел. Ял көндәрен түҙемһеҙләнеп көтә торғайныҡ. Бына шулай, йыл артынан йыл үтеп, 8-се класты тамамлағанды һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.
Кемдәрҙер 8-се кластан һуң ҡалаға сығып китте. Ә мине, кәүҙәгә лә бәләкәс булғас,сығып китергә өлгөрөрһөң әле тип, әсәйем дә ебәрмәне.
Беҙ тағы ла күрше ауылға уҡырға киттек. Беҙҙе класс етәксеһе Райхана апа бик йылмайып ҡаршы алды. 7 саҡырым алыҫлыҡтағы күрше ауылдан тағы ла 15 уҡыусы килде. “Һеҙҙең класты «А» һәм «Б» класына бүләбеҙ”, – тине уҡытыусы. Йөрәгемде ҡурҡыу алды. Райхана апа ҡулындағы дәфтәренә ҡарап «А» класындағы уҡыусыларҙың исем-шәрифтәренатай баш-ланы. Башҡа ауылдан килгән уҡыусылар исемлегендә минең дә фамилия яңғыраны. Ә 8-се класҡа тиклем бергә уҡыған ауылдаш ҡыҙҙар-малайҙар барыһы ла «Б» класында тороп ҡалды. Мин баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым, тыным ҡыҫылды, тамағыма төйөр тығылды, күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәне. Райхана апанан мине «Б» класына күсереүен үтендем. Ә ул ишетмәне лә, класҡа инеп китте. Мин ул көндө ашханаға ла барманым.
Тағы ла сит уҡыусыларға өйрәнеүе нисек кенә ҡыйын булмаһын, уҡырға кәрәк бит. Минең ҡанаттарым ҡайырылһа ла, Аллаһы Тәғәлә минең илағанымды ишеткәндер, улар бик һәйбәт уҡыусылар булып сыҡты, мине бер ҙә рәнйетмәнеләр, киреһенсә, ни өсөн һинең бер үҙеңде генә айырғандар тип, аптырайҙар ине.
“Ни өсөн?” тигән һорауға һәр ваҡыт яуап эҙләнем. Тиҙерәк 10-сы класты тамамлап, ҡалаға киткем килә ине. Һәм бына ул көтөп алған, тулҡынландырғыс минуттар. Беҙ мәктәпте тамамлап, төрлөбөҙ төрлө тарафтарға таралдыҡ. 30 йылдан һуң ғына теге “ни өсөн” тигән һорауға яуап ишеттем. Минең өсөн барлыҡ донъя селпәрәмә килде, Ер шары уртаға ярылғандай тойолдо. Бер карауатта ятып,бер һыныҡ икмәкте уртаға бүлешеп ашап йөрөгән әхирәтем Әлфиәнең ата-әсәһе һорауы буйынса минең бер үҙемде ауылдаштарҙан айырғандарын белдем. Йәнәһе, мин Әлфиәгә уҡырға ҡамасаулайым. Тик насар уҡыуҙа кешеләрҙе ғәйепләп буламы?!.
Ошо ваҡыттан һуң класташтарым менән осрашыуҙан мәхрүм һәм бер кешегә лә ышана алмайым. Шул ваҡытта бит мине икенсе партаға ғына күсереп ултыртып була ине.
Эйе, хәҙер инде мин әсәй, хатта өләсәй ҙә булдым. Бер кемгә лә ышанмағыҙ, эр-гәңдә булған иң яҡын дуҫыңа ла тип, бала-ларға гел әйтә киләм. Әлбиттә, Райхана апа-нан, ни өсөн мине шулай рәнйеттерҙегеҙ тип, һорағым килә. Бер ғәйепһеҙ, яҡлауһыҙ ауыл балаһының ниндәй ғәйебе булған. Был ваҡиға минең һаман да күҙ алдымда. Хәҙер килеп, бала саҡта алған күңел яраһына бер ниндәй ҙә дауа юҡ икәнен аңланым.
Хәмдиә МОРТАЗИНА.
Читайте нас: