Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март 2019, 15:27

Ҡурсаҡтарының сәсен киҫеп… тәжрибә туплаған

Күптәр үҙенең буласаҡ һөнәрен бала сағында уҡ һайлай. «Татьяна» бөҙрәханаһында сәс киҫеүсе булып эшләгән Александра Фәйзуллина ла бәләкәй сағынан әсәһенең эш урынына эйәреп барып, был эшкә мөкиббән киткән булған.

Уның әсәһе Юлия Соколова ҡала бөҙрәханаларының береһендә ад-министратор булып эшләгән ул саҡта. Ә өйгә ҡайтҡас, Александра ҡурсаҡтарының сәсен киҫеп, тәжрибә туплаған. Бәләкәй ҡыҙҙың ошо шөғөлө, хыялдары уҡырға төшкәс тә үҙгәрмәй. Ул ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбен тамамлағандан һуң, ди-зайнер һөнәрен үҙләштерә. Тик был эште үҙе йәшәгән йортто биҙәгәндә генә ҡуллана. Бала саҡ хыялы тынғы бирмәй ҡыҙға. Ул буласаҡ һөнәре буйынса махсус белем алыу үҙәгендә уҡығандан һуң, «Надежда» бөҙрәханаһында эш башлай. Унда 2 йыл тәжрибә туплағас, «Family» бөҙрәханаһына күсә. Бында ла башҡаларҙағы һымаҡ уҡ сәс алдырыу, сәс буяу, сәс бөҙрәләтеү, төрлө прическалар яһау, һаҡал-мыйыҡты матурлау һымаҡ хеҙмәттәр күрһәтелә. Ҡалала аҙым һайын тиерлек бөҙрәхана булғас, «Һеҙгә йыш йөрөйҙәрме?» тип ҡыҙыҡһынам Александра Сергеевнанан.
– Ҡыш көнө һирәгерәк йөрөһәләр ҙә, март урталарынан октябрь аҙаҡтарына тиклем беҙҙән кеше өҙөлмәй. Айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙар күп килә. Сөнки беҙҙең бөҙрәханала маникюр, тырнаҡтарҙы үҫтереү, гель-лак менән биҙәү һымаҡ өҫтәмә хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Уларҙы иһә тәжрибәле маникюрсы Ирина Мудрик башҡара. Әлбиттә, бары тик беҙҙең бөҙрәханаға ғына йөрөүселәр ҙә етерлек, – тип һөйләй Александра Фәйзуллина.
Әйткәндәй, мин үҙем дә ғаиләм менән ошо бөҙрәханаға йөрөргә ты-рышам. Сөнки бында эшләүселәрҙең ҡулдары ҡотло, телдәре татлы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: