Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2019, 14:07

Ихаталарҙа тәртип ҡасан булыр?

Хакимиәт башлығы Владимир Куликов ҡала ихаталарын ҡарап сыҡты. Ҡайһы бер идарасы компанияларҙың еренә еткереп эшләмәгәндәрен билдәләне ул был сәфәр барышында.

Владимир Ивановичтың Коммунистик, Хоҙайбирҙин, Николаев, Волочаев урам-дары, Ленин проспектында ихаталарҙы, “Кошачий” һәм “Первомайский” ҡаса-баларында, «Сода» һәм «Ашҡаҙар аръяғында» юлдарҙы, тыҡрыҡтарҙан сығыу урындарын ҡарап сыҡты. Ҡала башлығы менән бергә ихаталар буйлап ҙур идара итеү компаниялары етәкселәре, ҡаланың юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы директоры, административ комиссия рәйесе Рөстәм Мөшәрәпов, ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Андрей Ермолаев йөрөнө.
Етәксенең ихаталар буйлап тикшереү ойоштороуы халыҡтан күпләп килгән хаттарға бәйле. Халыҡ идара итеүсе компанияларҙың юлдарҙы, өй баштарын, тротуарҙарҙы ҡарҙан йүнләп таҙартмауҙа зарланған.
– Халыҡ дөрөҫөн әйтә, – тине Влади-мир Куликов. – Ҡайһы бер идара итеүсе компаниялар илке-һалҡы эш алып бара! Бөгөн мин уларҙың етәкселәрен махсус рәүештә кабинеттарҙан сығарып, халыҡ өсөн нисек эшләгәндәрен күрһәттем. Беҙҙең менән бергә административ комиссия рәйесе лә булды, ул эшкә яуапһыҙ ҡараған етәкселәргә штраф һаласаҡ, суммалар ҙур. Бурыстарын йүнләп атҡармаған компанияларға хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләргә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Халыҡтан аҡса йыйыу ғына түгел, хеҙмәтте лә юғары кимәлдә күрһәтергә тейеш улар.
Ҡар өйөмдәре лә иреп бөтөр, ә бына уларға алмашҡа ҙур күләүектәр барлыҡҡа килә башланы, ҡала хакимиәте башлығы улар менән дә көрәшергә ҡушты. Делегация йөрөп үткән бар урында ла идарасы компаниялар тәнҡитте ҡабул итте һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙә бирҙе. Ә юлдарға килгәндә, соҡорҙарҙы ямау эштәре башланды, иң беренсе булып Бауман урамындағы күпергә тотондолар. Соҡорҙарҙы артабан йыл әйләнәһенә ремонтларға мөмкин буласаҡ, бының өсөн муниципалитет ҡаланың юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығына асфальтты инфратулҡын ярҙамында йылытыу ҡоролмаһы һәм рециклер термобоксы һатып алды. Рециклер асфальт ҡатнашмаһын йылы килеш һаҡларға, ә йылытыусы прибор асфальт һалынасаҡ соҡорҙо киптереп, ҡатнашма һалыр өсөн урын әҙерләргә ярҙам итә.
Теләк кенә булһын, ҡышын да асфальт һалырға мөмкин, ихаталарҙы ла тәртиптә тоторға була. Тик һәр ваҡыт төртөп күрһәтергә кәрәкме икән ни?..
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: